Тап улар фронтта элемтә линияларының өҙлөкһөҙ эшләүе өсөн яуаплы була. Һуғыштың тәүге ярты йылында ғына "Дим" локомотив депоһы бригадалары 1 миллион 500 мең йөк вагонын ташыған. Теманы Гөлфиә Мәҡсүтова дауам итә.Электричкалар бында бер минуттан артыҡ тормай, ә пассажир поездары бөтөнләй туҡтамай үтеп китә. Ә бына тауар составы туҡталҡаһы ҙур майҙанды биләй. Дим ил өсөн һәр ваҡыт стратегик мөһим тимер юл станцияһы була. Ә һуғыш йылдарында бында фронт менән бәйләнеш линияһы үтә. Эвакуация башланыу менән тап Дим аша Урал аръяғына ике мең ярым фабрика һәм завод сығарыла.41 йылдың июленән Дим һәм Өфө станцияларына Советтар Союзының көнбайыш өлкәләренән эвакуацияланған эшелондар килә башлай. Һуғыштың беренсе йәйендә генә республика халҡы 133 мең кешене ҡабул итә. 41-се йылда Дим районы Өфөгә ҡарамаған айырым тимер юл ҡасабаһы була. Һәр бишенсе кеше бында үҙ теләге менән фронтҡа китә. Ҡайтмағандарҙың фамилиялары мемориаль скверҙа гранит плитәләрҙә мәңгеләштерелгән. Уларҙың яртыһынан күберәге-тимер юлсылар.Эш ул ваҡытта күп була. Өфө паровоз ремонтлау заводы һуғыш йылдарында оборона предприятиеһына әәләнә. Унда ул ваҡыттағы иң ҡеүәтле «Феликс Дзержинский» локомотивтары хеҙмәтләндерелә, шулай уҡ боеприпастар сығарыла, бронепоездар төҙөлә. Һуғыш йылдарында социалистик хеҙмәт Геройы Креков Федор Андреевич бронепоездар йөрөтә, ә еңеүҙән һуң тыуған Дим депоһында эшен дауам итә. Йәш машинистарға һөнәрендә лә, тормошонда ла остаз була. Фронтовиктарҙы хөрмәт итеп кенә ҡалмайҙар, уларға тиңләшәләр һәм һоҡланалар. Ә был архив фотоларында 112-се башҡорт кавалерия девизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа хәрби байраҡ тапшырыу тантанаһы. Был фондағы бина «1 май»исемендәге тимер юлсылар мәҙәниәт һарайы. Тап бында 42-се йылдың өс һалҡын айында дивизияның штабы урынлашҡан. Бында уҡ хәрби әҙерлек буйынса дәрестәрҙең бер өлөшө үткәрелгән. Ошонан кавалерисҙар фронтҡа китә. Был, әлбиттә, төҙөлөшкә тиклем булған. Кавалеристар менән бөтә 13 эшелонды оҙатыу датаһы аныҡ ҡына билдәле түгел, әммә оҙатыусылар барыбер күп була.Һәм улар еңеү яулай. Берлин операцияһы ла уларһыҙ үтмәй. Ил өсөн бик мөһим булған «Дим» тимер юл станцияһынан бик алыҫта, башҡорт һыбайлылары, "Төньяҡ амурҙары" кеүек үк, Дондан Эльбаға тиклем үтә.
Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә Башҡортостан тимер юлсылары тос өлөш индерә
Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә Башҡортостан тимер юлсылары тос өлөш индерә