Аяҡтар һынһа ла рух һынмаған

Аяҡтар һынһа ла рух һынмаған

"Морпех" ҡушаматлы яугир яуҙа аяҡһыҙ ҡалып ярты йыл госпиталдә ятҡандан һуң да хәрби хеҙмәтен дауам иткән. Юҡҡа ғына диңгеҙ пехотаһының девизы "Ҡайҙа беҙ-шунда еңеү" тип яңғырамай. Егеттәр менән бергә килгәнмен икән, улар менән еңеп ҡайтасаҡмын, ти яугир. Ҡурҡыу белмәҫ яҡташыбыҙ менән хәрби хәбәрсебеҙ Айнур Кәбиров осрашты.¤ Аҡһаҡлап, әммә ышаныслы аҙымдар менән алға, еңеүгә. Тимер аяҡтарҙа ла ныҡлы баҫып тороу диңгеҙ пехотаһында алған сынығыу һөҙөмтәһе. Аяғын "Морпех" февралдә юғалта. Ул көндә бер төкөм иптәштәре менән бергә яу ҡырында ҡалған командирҙы сығарыу заданиеһы ала. Ҡуйылған бурыс үтәлә, әммә яугирҙарҙы дошман дрондары шәйләп ҡала. Һөҙөмтәлә уның үҙен дә эвакуацияларға тура килә.Ярты йыл госпиталдә һәм реабилитация.Тубыҡтан аяҡһыҙ ҡалған яугирға һуғыш тамалана. Ләкин барыһын да аптрашта ҡалдырып ул йәнә сафҡа баҫа."Морпехтың" был ҡарары хәҙер полкташтары өсөн дә өлгө. Командирҙары ла уны башҡаларға үрнәк итеп ҡуя һәм бергә хеҙмәт итеүҙәренә ғорурлана. Уның кеүек яугирҙарҙың тәжрибәһе яуҙа баһалап бөткөһөҙ, ти улар.Был ҡаһарманлығы өсөн яҡташыбыҙ Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә. Ләкин минең өсөн награда иң мөһиме түгел. Беҙ бында ил именлеге, балалар һәм яуҙа барлыҡҡа килгән ҙур бер ғаилә киләсәге өсөн көрәшәбеҙ, ти "Морпех".