Республикала яңы баҫма донъя күрҙе

Республикала яңы баҫма донъя күрҙе

“Башҡортостан халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы” тупланмаһы төрлө милләттәрҙең аш-һыуы, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, хатта балалар уйындарына арнлаған. Фундаменталь хеҙмәт өҫтөндә эш бер-нисә йыл дауамында алып барылған. Республиканың халыҡ ижады үҙәге белгестәре һәм Башҡортостан ғалимдарының уртаҡ хеҙмәте, тәү сиратта, киләсәк быуын өсөн тәғәйенләнә. Китапты әҙерләү өсөн Рәсәй субьекттарында башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәргә экспедицилар ойошторолған. Бынан тыш, һәр мәғлүмәт фотодокументтар менән нығытыла. Филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрева билдәләүенсә, баҫма үҙенең йөкмәткеһе менән дә айырыла. Яҡын арала китаптың икенсе өлөшөн әҙерләү башланасаҡ. “Башҡортостан халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы” баҫмаһы республиканың барлыҡ китапханаларына таратыла. Тупланма фольклорҙы өйрәнеүсе ғалимдар өсөн яңы нигеҙ булып торасаҡ.