Рәсәйҙә 1943-сө йылда Сталинград янында немец-фашист илбаҫарҙарын тар-мар итеү көнө киң билдәләнде. Ҡала өсөн алыштарҙа 700 мең самаһы һалдат һәләк була. Сталинград янында еңеү Бөйөк Ватан һуғышының һынылышлы мәле-совет ғәскәрҙәре һөжүмгә күсә. Дошманды еңеүгә Башҡортостан яугирҙары ла тос өлөш индерә. 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының данлы юлы ла тап шунан башлана. Сталинград ҡалаһын немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеү илебеҙ өсөн ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә.
Сталинград һуғышына 82 йыл
Сталинград һуғышына 82 йыл






