Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы сифат өлкәһендә Рәсәй Хөкүмәте премияһына лайыҡ булды. Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау системаһы һуңғы йылдарҙа яңы һулыш кисерә. Быйыл төбәктә тағы ла 6 поликлиника файҙаланыуға тапшырыла, ауылдарҙа 120 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡуйыу планда. Был хаҡта киләһе сюжетта.Әлегә был объект балалар поликлиникаһын түгел, ә төҙөлөштө хәтерләтә. Дөйөм майҙаны 2000 квадрат метр тәшкил иткән бинаның өстән бер өлөшө төҙөлөп бөтөлгән. Яңы медицина учреждениеһында заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған диагностика һәм физиотерапия кабинеттары ла буласаҡ. Балаларҙы киң һәм тар профилле белгестәр ҡабул итәсәк. Көнөнә табиптар яҡынса 150 сабыйҙың сәләмәтлеген тикшерә аласаҡ.Архитекторҙар балаларҙың һәм уларҙың ата-әсәләренең уңайлылығы тураһында хәстәрлек күрә. Мәҫәлән, иҫке поликлиниканан яңы корпусҡа — урамға сыҡмайынса йылы үткәүел аша инергә мөмкин. Территория ла төҙөкләндереләсәк, унда балалар майҙансығы һәм бәләкәй сквер барлыҡҡа килә. Объект төҙөлөшө «Һаулыҡ Һаҡлау»милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.Поликлиниканы асыуҙы ата-әсәйҙәр түҙемһеҙләнеп көтә, сөнки ҡайһы бер осраҡта кәрәкле дауаланыуҙы алыу өсөн Өфөгә йөрөргә кәрәк.Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда тағы 5 поликлиника төҙөлөшөн тамамлау күҙаллана, шуларҙың өсәүһе балалар өсөн. Асҡар ауылында, шулай уҡ Яңауыл һәм Учалы ҡалаларында медицина учреждениелары — йәш пациенттар өсөн, Баҡалы һәм Асҡында өлкәндәр өсөн үҙ ишектәрен аса. Быйыл 120-нән ашыу модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты, 9 амбулатория һәм дүрт дөйөм практика табибы офисы булдырыу күҙаллана. Республикала медицина уңайлыраҡ, юғары технологиялы һәм заманса була бара. Был федераль кимәлдә лә билдәләнә. Мәҫәлән, Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы Рәсәй Хөкүмәтенең 2024 йылғы премияһына лайыҡ булды. Был хаҡта социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы хәбәр итте. РЕСПУБЛИКА КЛИНИК ДАУАХАНАҺЫ төбәктең иң яҡшы һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының береһе булып тора, тип билдәләне Радий Хәбиров. Дауаханала бик күп медицина хеҙмәттәре күрһәтелә, УНИКАЛЬ операциялар яһала.
Бар йәһәттән алдынғы
Бар йәһәттән алдынғы