Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республиканың коммерция булмаған ойошмаларын Рәсәй Президенты гранттары конкурсында ҡатнашырға саҡыра. Сөнки, фонд бүләсәк суммалар миллиондарса һумға етә. Ошо турала Хөкүмәттең оператив ултырышында әйтелде. Кәңәшмәлә ҡаралған мәсьәләләр тураһында Ғәлимйән Ибәтуллин һөйләй. Башҡортостандың йәш ғалимдарының ғилми эше хәҙер юғары кимәлдә баһалана. Улар тарафынан алып барылған фәнни тикшереүҙәргә республика үҙе аҡса түләргә әҙер. Башҡортостанда йәш ғалимдар өсөн айырым премия булдырыла. Суммаларҙы Радий Хәбиров шәхсән атаны. Бүләктәр менән бер рәттән, Радий Хәбиров икенсе бер мәсьәләне иғтибар үҙәгенә алырға саҡыра. Ул Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы. Был дата иң юғары кимәлдә уҙырға тейеш. Дүшәмбе ултырышында ҡаралған төп һорауҙар көндәлек кенә түгел, улар республика өсөн стратегик әһәмиәттә. Мәҫәлән, туризм. Башҡортостан сәйәхәт тармағын үҫтереп, ошо тармаҡтан миллиардтарса һум килем алырға ниәтләй. Проекттар бихисап, ти туризм һәм эшҡыуарлыҡ министры Зөһрә Гордиенко. Ведомство етәксеһе билдәләүенсә, йүнәлеште үҫтереү хатта яңы сәнәғәт предприятиларына ли нигеҙ һалыу мөмкинлеген биргән. Башҡортостан башлығының тәҡдиме тап туризмды үҫтереүгә бәйле. Радий Хәбиров геопарктарҙың яҙмышы өсөн борсола. Әйткәндәй, республикала инвалидтар һәм сәләмәтлеге сикләнгәндәргә лә туристик маршруттар бар. Ә ошо категорияға ҡараған граждандар өсөн дәүләт шахси-партнерлыҡ сиктәрендә пансионаттар төҙөү Башҡортостан өсөн өҫтөнлөклө булып ҡала. Әлегә атап үтелгән нигеҙҙә бер-нисә үҙәк булып, уларҙа 61 кеше хеҙмәт урыны асылған. Дүшәмбе кәңәшмәһендә ҡаралған йәнә бер мәсьәләне хәл итеүгә иғтибар бирергә саҡыра Радий Хәбиров. Ул Башҡортостанда студенттарҙың хеҙмәт отрядтарына бәйле. Республика башлығы һүҙҙәренә ҡарағанда, төбәктә студент отрядтары штабы булырға тейеш. Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында белем алған студенттар ситтә түгел, ә республикала эш таба ала. Мәҫәлән, урман хужалығы. Тармаҡта белгестәргә ҡытлыҡ булыуын бер кем дә йәшермәй. Шуға ҡарамаҫтан, урмансылар ресурстарҙы һаҡлау өсөн мөмкин булғандың, хатта булмағандың барыһын эшләй. Ә яңы аҙнаға килгәндә, Башҡортостан Белорусия менән хеҙмәттәшлектең яңы юлдарын аныҡларға ниәтләй. Кәңәшмәлә мөһим күрһәткестәр ҙә аталды. Улар һаулыҡ һаҡлау,юл-транспорт тармағы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа бәйле ине.
Башҡортостанда йәш ғалимдар өсөн айырым премия булдырыла
Башҡортостанда йәш ғалимдар өсөн айырым премия булдырыла