Радий Хәбиров Еңеүҙең 80 йыллығына етди әҙерләнергә ҡушты

Радий Хәбиров Еңеүҙең 80 йыллығына етди әҙерләнергә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына Еңеүҙең 80 йыллығына етди әҙерләнергә ҡушты.Республикала Бөйөк Еңеү көнөн билдәләү буйынса ойоштороу комитеты эшләй. Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан Өфөлә күләмле парад ойоштороласаҡ. Радий Хәбиров яҙ көнө шулай уҡ «Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара акцияһын үткәреү тураһында ла иғлан итте. «Хәтер баҡсаһы»н республиканың барлыҡ ҡалаларында һәм райондарында ултыртыу ҡарала. Былтыр Башҡортостан «Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара акцияһында әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе тип танылғайны. Республикала 2 миллион 25о мең төп ағас ултыртылған.