Туғыҙ ҡатлы йорттоң һыу баҫҡан подвалдарынан һаҫыҡ еҫ сыға, ә йылытыу һәм һыу менән тәьмин итеү системалары бик насар хәлдә. Был хәлде хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова асыҡларға тырышты.Гөлнур Хөснөтдинова йыш ҡына сантехниктар саҡыртырға мохтаж. Әлбиттә, бушҡа түгел. Барыһына ла ағып серегән торбалар ғәйепле, ти ҡатын.Подвалдан сыҡҡан еҫ фатир хужаларының үҙәгенә үткән. Күп ҡатлы йорт 50 йыл элек төҙөлгән. Ошо ваҡыт эсендә бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәгән. Ярты быуат эсендә хәл ителмәгән байтаҡ мәсьәләләр тупланған. Йортта йәшәүселәр әйтеүенсә, авариялар бында йыш ҡына булып тора. Һөҙөмтәлә крандарҙа һыу булмай, ә подвалда һаҙлыҡ барлыҡҡа килә. Ә ҡайһы саҡта, йорт хужалары һөйләүенсә, һаҫыҡ еҫле һаҙлыҡ, ҡайнай башлай. Фатир хужалары бындай саҡта тышта саф һауала йөрөп тороуҙы хуп күрә. Дымлылыҡ сәбәпле фатирҙарҙа тараҡандар барлыҡҡа килгән. Улар был йортта үҙҙәрен ысын хужаларса тота. Фатир хужалары әйтеүенсә, коммуналь хеҙмәттәр өсөн ваҡытында түләйҙәр, капиталь ремонтҡа 17 миллион һум аҡса ла тупланған. Әммә идарасы компанияға һәм башҡа инстанцияларға даими мөрәжәғәттәр яуапһыҙ ҡала.Мөрәжәғәттәргә "Халыҡ фронты" хәрәкәте активистары ғына иғтибар иткән. Улар капиталь ремонт үткәреү кәрәклеген хуплай.Идарасы компания вәкилдәре аралашыуҙан баш тартты. Шулай ҙа һуңыраҡ беҙ ойошманың баш инженеры менән аралаша алдыҡ. Ул йорттағы сантехник коммуникацияларҙың ысынлап та авария хәлендә булыуын белдерә. Киров районы хәкимиәтендә Аксаков урамындағы йортта капиталь ремонт үткәреү өсөн дөйөм йыйылыш протоколын тапшырырға кәрәк тип аңлаттылар. Фатир хужалары шулай иткәндә, әммә быны 2024 йылдың ноябренән һуң эшләгәндәр. Ул ваҡытта өс йыллыҡ капиталь ремонт программаһы ҡабул ителгән булған.Аксаков урамындағы фатир хужалары һаҙлыҡта йәшәргә йыйынмай. Инженер коммуникациялары, уларҙың әйтеүенсә, сыҙамаясаҡ. Шуға күрә улар 2025 йылда йортҡа капиталь ремонт үткәреүҙе талап итәсәк.
Өфөлә Аксаков урамындағы фатир хужалары һаҙлыҡта йәшәргә мәжбүр
Өфөлә Аксаков урамындағы фатир хужалары һаҙлыҡта йәшәргә мәжбүр