Аҙан әйтеү буйынса үҙенсәлекле проект

Аҙан әйтеү буйынса үҙенсәлекле проект

Башҡортостанда аҙан әйтеү буйынса үҙенсәлекле белем биреү проекты ғәмәлгә ашырыла башланы. Ҡөръән Кәрим уҡыу һәм Аҙан ҡысҡырыу еңел эш түгел, бында ла үҙ серҙәре һәм нескәлектәре бар. Мәҫәлән, өндәрҙе дөрөҫ итеп әйтергә һәм тауыштың бөтә мөмкинлектәрен асырға, тап был мәҙрәсәлә үткән дәрестәрҙә шәкерттәргә быны өйрәтәләр ҙә инде. Әмин Әүхәҙиев был колледжда 3-сө йыл белем ала. Бәләкәй саҡтан уҡ күңеле дингә ынтыла уның. Хыялы хәҙрәт булыу, халыҡты асылыбыҙға ҡайтарыу. Колледжда дәрес ҡалдырыусылар юҡ. Һәр кемдең ислам дине нигеҙҙәрен өйрәнгеһе килә. Иҙрис Ғәзиев ғүмер буйы тейерлек тауыш менән эш итә, уның ҡанаты аҫтында тиҫтәләгән йәштәр сәхнә йондоҙо булып киткән. Шәкерттәргә дәрес үткәргәндә ул үҙенең ижад һәм уҡытыу тәжрибәһенә таянып белем бирә. «Мәзиндәр мәктәбе» пилот проекты буш урында ғына барлыҡҡа килмәгән. Былтыр инде диндарҙар дәрестәр үткәреү тураһындағы ныҡлы ҡарарға килгән. Әлеге ваҡытта пилот проекты сиктәрендә 4 дәрес үткән. Киләсәктә колледжға тағы ла күберәк шәкерттәр килер тигән ышаныста уҡыу йорто етәкселеге.