Унда ике яҡлы күп һанлы осрашыуҙар ҡаралған. Белорусия һәм Башҡортостанды хеҙмәттәшлектең тығыҙ ептәре бәйләй. Туғандаш мөнәсәбәттәрҙең тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Ике республиканың партнерлығы Радий Хәбиров етәкселеккә килеү менән яңы үҫеш алды. Яңы заводтар, юғары тәңгәлле станоктар, зубрҙар, «Башҡорт – Белорусия оҙон ғүмерлелеге» проекты һәм башҡалар. Теманы Альбина Зәйнетдинова дауам итә. Берҙәм проекттар, уртаҡ пландар һәм туғандарса мөнәсәбәт. Башҡортостан менән Белорусияны бәйләгән дуҫлыҡ ептәре көндән –көн нығый. Был, тәү сиратта, иҡтисад өлкәһенә ҡағыла. Беларусь Башҡортостандың төп сауҙа-иҡтисади партнерҙары иҫәбендә. Экспорттың байтаҡ өлөшө химия сәнәғәте тауарҙарынан тора, Беларусьтан беҙгә машиналар, аҙыҡ-түлек һәм еңел сәнәғәт тауарҙары һатып алына. Маҡсаттар ҡыйыу, әммә тормошҡа ашырырлыҡ. Ике республика араһындағы тауар әйләнешен 4 тапҡырға үҫтереп, алыш-биреш күләмен йылына 2 миллиард долларға еткереү.Рухи туғанлыҡтың нигеҙе лә бар. Ике республиканы быуаттар буйына һуҙылған уртаҡ тарихи яҙмыш бәйләй. Башҡортостан менән Беларусия араһындағы хеҙмәттәшлек тамырҙары 1999 йылға барып тоташа. Тап шул ваҡытта ике республика араһында сауҙа –иҡтисади партнерлыҡ тураһында килешеү төҙөлә. Дөйөм үҫеш өсөн ҡулланылмаған потенциал бихисап. Быны 2023 йылда республикала үткән Рәсәй –Беларусь төбәктәренең 10-сы форумы лә дәллиләне. Сауҙа-иҡтисад, сәнәғәт, ғилми-техник,мәҙәни, туризм өлкәһе. Өс көн барған форум сиктәрендә төрлө йүнәлештәге 100-ҙән ашыу килешеү төҙөлдө. Башҡортостан менән Белорусия араһындағы мөнәсәбәтте хәҙер юғары кимәлдә тип билдәләргә мөмкин. Транспорт һәм юл хужалығы тармағы булһынмы, сәнәғәт, машиналар төҙөү, ауыл хужалығы — ике республика уртаҡ предприятиелар булдырыуҙы отошло тип иҫәпләй. Иң күләмле проекттарҙың береһе - "Амкодор" беларусь холдингы заводы. Проектҡа 3 миллиард һумдан ашыу аҡса һалынған. "Амкодор-Ағиҙел" предприятиеһында бер йылдан ашыу иген таҙартып- киптереүсе стационар һәм күсмә машиналар һәм ҡорамалдар етештерелә. Бынан тыш, төбәктәр мәҙәниәт һәм туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек итә. Әлеге көндә республикала «Башҡорт – Белоруссия оҙон ғүмерлелеге» проекты уңышлы үҫешә. Әленән-әле меңәрләгән оло йәштәге турист туғандаш илгә барып, уның тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеп, матурлығына һоҡланып ял итеп ҡайта. Радий Хәбировтың башланғысы менән Башҡортостанда белорус зубрҙарын үрсетеү буйынса үҙенсәлекле экологик проект та бойомға ашырыла. Партнерлыҡ йүнәлешендә эш дауам итә. Алда әле тормошҡа ашырыласаҡ бихисап берҙәм проекттар һәм килешеүҙәр. Беларусь республикаһына эшлекле сәфәр барышында тағы ла мөһим килешеүҙәргә ҡул ҡуйылыр, тип көтөл.
Башҡортостандың эшлекле делегацияһы Белоруссияға юллана
Башҡортостандың эшлекле делегацияһы Белоруссияға юллана