Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн махсус социаль такси эшләй башланы. Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, махсус транспортта бушлай айына дүрт тапҡыр йөрөргә мөмкин. Мөмкинлектәре сикләнгәндәргә үҙҙәре менән паспорт һәм инвалидлыҡ таныҡлығын алыу зарур. Тулыраҡ мәғлүмәт Сәлимә Исламова репортажында.Юрий Мельников бәхетһеҙ осраҡтан һуң 20 йылдан артыҡ инде инвалид коляскаһына бәйләнгән. Йорттан ситкә сығыу ғаилә өсөн оло һынау, шуға ла урам буйына һирәк сығалар. Баҫҡыстар буйлап төшөргә ҡатыны ярҙамлаша. Ҡайҙалыр барыр өсөн ураған һайын такси саҡыртыу ҡиммәткә төшә. Мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн социаль такси хеҙмәте килеп сығыуға Мельниковтар ғаиләһе айырыуса шат.Был хеҙмәт менән ҡулланғанда тик Өфөнөң социаль объекттарына тиклем барып етергә мөмкин. Мәҫәлән, дарыухана, дауахана, аэропорт, вокзалдар һәм башҡа дәүләт ойошмаларына. Мөмкинлектәре сикләнгәндәргә бындай хеҙмәт менән дүшәмбенән кесе йомаға тиклем иртәнге 8-ҙән киске 5-кә тиклем, ә йома һәм байрам көндәре алдынан көндөҙгө 4-кә тиклем ҡулланырға мөмкин.Мөмкинлектәре сикләнгәндәргә такси булдырыу тураһында республика башлығы Радий Хәбиров үткән йыл әйткәйне. Проектты ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тормошҡа ашыра. Социаль йөрөтөү хеҙмәте опреаторы булып республика геронтология үҙәге сығыш яһай.Шылтыратып заказ ҡабул иткән ваҡытта ниндәй техник реабилитация сараһы кәрәклеге асыҡлана. 14 йәшкә тиклем инвалид баланы өлкән кеше оҙатырға тейеш. Кәрәк булғанда махсус әҙерлек үткән водитель машинаға ултырғанда һәм сыҡҡанда ярҙам итәсәк.Социаль хеҙмәт төрө үткән йылдың декабрь айынан эшләй. Хеҙмәт менән 2 ай эсендә 800-һән ашыу кеше ҡулланған. Ихтыяж булһа, социаль ташыу хеҙмәте республиканың башҡа ҡала-ауылдарында ла эш башлаясаҡ.
Өфөлә социаль такси эшләй башланы
Өфөлә социаль такси эшләй башланы