Беҙҙең телеканалда сыҡҡан сюжеттан һуң Илеш районы Үрге Сереккүл ауылында юлға кәртәләр ҡуйыу башланған.Урындағы юл ремонтлау-төҙөү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, тиҙҙән был боролошта юл-транспорт ваҡиғалары кәмергә тейеш. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Илеш районы Үрге Сереккүл ауылында йәшәүсе Биктимеровтар йылына бер-нисә тапҡыр ҡоймаларын төҙәтергә мәжбүр. Эргәләге борма юлдан үтеүсе водителдәр тап ошо урында уяулыҡтарын юғалтыр ҡоймаға бәрелә. Ҡойманы 15-се тапҡыр төҙәткәндән һуң хужа район хакимиәтенә мөрәжәғәт иткән. Мәсьәлә ыңғай хәл ителгән.
Сюжеттан һуң лға кәртәләр ҡуйыу башланған
Сюжеттан һуң лға кәртәләр ҡуйыу башланған