Ҡағиҙә боҙоуҙы фотовидеотеркәүсе 56 яңы комплекс ҡуйыласаҡ

Ҡағиҙә боҙоуҙы фотовидеотеркәүсе 56 яңы комплекс ҡуйыласаҡ

Башҡортостанда юл киҫелештәрендә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотовидеотеркәүсе 56 яңы комплекс ҡуйыу ҡарала. Улар биш йылға ҡуртымға бирелә. Башҡортостандың Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, системаны 2025 йылдың 1 июненән сафҡа индереү күҙаллана, әле тәүге һынау комплексы Зәки Вәлиди һәм Цюрупа урамдары киҫелешендә эшләй. Комплекстар «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә ҡуйыла, тип хәбәр итә Башкинформ.