Эштәр 2025 йылдың 1 мартына тиклем ҡабул ителә. Һөҙөмтәләрҙе иғлан итеү, еңеүселәрҙе һәм ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһы 2025 йылдың мартында була. Конкурс еңеүселәре быйыл «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестиваленең концерт программаһында ҡатнашасаҡ. Гимнды физик һәм юридик шәхестәр, йәмәғәт берекмәләре, профессиональ һәм үҙешмәкәр композиторҙар, шағирҙар, музыкаль һәм башҡа коллективтар, ижади союздар, студиялар тәҡдим итә ала. Еңеүсегә башҡорт тоҡомло ат бүләк ителә. Конкурсҡа тәҡдим ителгән гимндың тексы дәүләт телдәренең береһендә – рус йәки башҡорт телендә, автор әҫәре булырға тейеш. Музыкаль композиция 5 минуттан ашмаҫҡа тейеш. Башҡорт аты — Башҡортостандың милли символы булып тора. Республика башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән Баймаҡ районында башҡорт тоҡомло аттар фестивале лә үткәрелә.
Башҡортостанда башҡорт атын данлап яҙылған гимнға конкурс башланды
Башҡортостанда башҡорт атын данлап яҙылған гимнға конкурс башланды