Баймаҡ районы яңы һулыш ала

Баймаҡ районы яңы һулыш ала

Күп йылдар дауамында был төбәккә иғтибар булманы тиерлек. Халыҡтың үтенестәрен, мөрәжәғәттәрен ишетергә теләүселәр ҙә юҡ ине. Радий Хәбиров Республика башлығы итеп тәғәйенләнгәс тә Урал аръяғы райондарына иғтибар бермә-бер арты. 2030-сы йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы раҫланды. Хәҙер инде төбәк үҫеш юлында. Баймаҡ районына эш сәфәре барышында Радий Хәбиров бер-нисә мөһим объектты асыу тантанаһында ҡатнашты. Хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин репортажы.Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында ла хәҙер яңылыҡтар күп. Уҡыу йортоноң ятағында бүлмәләр капиталь ремонттан һуң яңы төҫ алды. Әйткәндәй, бындағы үҙгәрештәргә күп ваҡыт үтмәгән. Урал Алтынбаев Башҡортостан етәксеһе менән әңгәмәне оноторлоҡ түгел, ти. Бөгөнгө студент киләсәктә ауыл хужалығы өсөн иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе – механизатор буласаҡ. Профессиональ кадрҙар Башҡортостандың аграр секторы киләсәге нигеҙе. Быны бер кем дә йәшермәй. Ә бына буласаҡ белгестәргә уңайлы шарттар булдырыу – быныһы айырым мәсьәлә. Башҡортостандың киләсәге республиканың үткәнен дә белергә тейеш. Төбәк үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән лайыҡлы шәхестәр исемен мәңгеләштереү башҡарма власть органдарының бурысы. Республикала Миңлеғәли Шайморатов, Мортаза Рәхимовҡа асылған һәйкәлдәр бының аныҡ миҫалы. Баймаҡта иһә Зәкәриә Аҡназаровҡа бюст асылды. Башҡортостан бөгөн квалификациялы белгестәргә мохтаж. Йәш кадрҙарҙы ситкә ебәрмәү, урында эшкә ҡалдырыу социаль сәйәсәттең айырым йүнәлеше. Радий Хәбиров Сибайҙа, “Рәсәй эше” күп функциялы үҙәк эше менән танышты. Модуль форматындағы үҙәк илдәге ошондай беренсе комплекс. Эш урындары тәҡдим итеү генә түгел, ә башҡа ярҙам да күрһәтелә яңы үҙәктә. Республиканың мәшғүллек үҙәгенең Сибай филиалы етәксеһе Нурзилә Сәғитова әйтеүенсә, комплекс тиҙ арала тәүге һөҙөмтәләргә ирешергә тейеш. Онотолған ауылдың яңы һулышы. Баймаҡтағы иң ҙур биләмәләрҙең береһе Урғаҙа, ниһәйәт аяҡҡа баҫа. Тиҫтә йылдар дауамында етәкселек Урғаҙа халҡының аһ-зарын ишетергә лә, хатта тыңларға ла теләмәгән. Хәлдәрҙең ыңғай яҡҡа үҙгәрешенә бер-нисә йыл ғына. Радий Хәбиров ярҙамында, ниһәйәт, бында социаль-мәҙәни үҙәк асылды. Урғаҙа йылғаһы аша күпер һалынып, ауылға һыу торбалары һуҙыла. Ғөмүмән, Урал аръяғын үҫтереү буйынса стратегик программаның тәүге һөҙөмтәләре 2030-сы йылда түгел, ә быйылғы ғинурарҙа күренә башланы. Урғаҙаның тағы бер ҡыуанысы – модуль дауахана. Быға тиклем эшләп килгәне ярым емерек хәлгә ҡалған.Радий Хәбиров Башҡортостанда фельдшер акушерлыҡ пункттары селтәренең нығыныуын да билдәләй. һуңғы йылдарҙа ғына ошондай 500 кескәй дауахана файҙаланыуға тапшырылған. Урғаҙа ҡасандыр Башҡортостан ғына түгел, ә илдәге иң ҙур совхоздарҙың береһе булып тора. Әммә, ваҡыт менән ауыл да таушала. Социаль обьектар ғына түгел, ә коммуникциялар ҙа емерек хәлгә килә. Тап шул арҡала ауылдан халыҡ та күсә башлай. Урғаҙаларҙың хәҙер киләсәккә ышанысы бар. Ауылға иң ҙур инвестицияларҙың береһе – 200 миллион һумға төҙөлгән социаль-мәҙәни үҙәк асылды. Социаль-мәҙәни үҙәк бер ҡыйыҡ аҫтында клуб, сәнғәт мәктәбе, китапхананы берләштерә. Беренсе ҡатта эстрада, тамаша залы, күргәҙмә биләмәһе менән фойе, хеҙмәткәрҙәр, балалар өсөн уйын, костюмдар бүлмәләре, етәкселек кабинеты, китапханалар, компьютер студияһы урынлашҡан. Икенсе ҡатта- тренажер залы, кейем алмаштырыу бүлмәләре, балалар сәнғәт мәктәбе. Республика Башлығы үҙәк хеҙмәткәрҙәре менән аралашты, улар Радий Хәбировҡа күптән көтөлгән бүләк өсөн рәхмәт белдерҙе. Мәҙәниәтле балалар үҫә Урғаҙала. Урал аръяғының киләсәге өмөтлө. Уны үҫтереүгә Башҡортостан йыл һайын үҙ ҡаҙнаһының 20 процентын бүлергә лә әҙер. Газ үткәреү менән бер рәттән, һыу торбаларын һалыу, юлдарҙы тәртипкә килтереү – быларҙың барыһы ла комплекслы эш.