Өфөлә Башҡортостан башлығы Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең биохимия һәм генетика институты ғилми лабораториялары эше менән танышты. Ул Волга-Урал төбәгендә молекуляр биология, генетика, үҫемлектәр физиологияһы һәм биохимияһы, молекуляр фармакология, иммунология һәм биотехнология проблемалары буйынса алдынғы академик институт булып тора. Республика башлығы ядро магнит резонансы спектрометрын сафҡа индереүҙә ҡатнашты. Ул «Фән һәм университеттар» милли проекты сиктәрендә ҡуйыла. Институт ғалимдары 30 йылдан ашыу молекуляр-генетик экспертиза мәсьәләләре менән шөғөлләнә һәм бал ҠОРТО ДНК-һының иң ҙур мәғлүмәт банкыһына эйә. Лаборатория үткәргән тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, Башҡортостанда ғына бал ҡортоноң башҡорт популяцияһы һаҡланып ҡалған.
Радий Хәбиров биохимия һәм генетика институты эшмәкәрлеге менән танышты
Радий Хәбиров биохимия һәм генетика институты эшмәкәрлеге менән танышты