Өфөнөң 17-се балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре үҙенсәлекле тикшереү үткәргән. Улар Елена Ильинаның «Дүртенсе бейеклек» һәм тағы ла бер-нисә китап нигеҙендә Сталинград һуғышын өйрәнгән. Был китаптарҙың геройҙарын Өфө менән нимә бәйләй? Ошо хаҡта Гөлфиә Мәҡсүтова репортажында.Китап тышында төшөрөлгән үҫмер ҡыҙ Советтар Союзында үҫкән һәр балаға яҡшы таныш. Һәр хәлдә уның тормошо, батырлығы хаҡындағы «Дүртенсе бейеклек» китабы хаҡында һәр кем белә тиерлек. Сталинград һуғышы Бөйөк Ватан һуғышының иң ҙур алыштарының береһе. Һуғышта республикабыҙҙан меңәрләгән яугир ҡатнаша. Улар Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт атлылар дивизияһы, полковник Иван Афониндың 300-сө уҡсылар дивизияһы, полковник Сергей Гороховтың 124-се айырым уҡсылар бригадаһы һәм генерал-майор Николай Бирюковтың 214-се уҡсылар дивизияһы. Һуңғыһында «Дүртенсе бейеклек» китабының төп героиняһы, легендар Марионелла Королева хеҙмәт итә, ул бөтәһенә лә Гуля булараҡ билдәле.Өфөнөң 17-се балалар китапханаһында был китап менән бәйле бик күп мәғлүмәттәр йыйылған. Китаптың авторы Елена Ильина һуғышҡа тиклем үк билдәле була, әммә әҙәбиәттә танылыуҙы уға тап «Дүртенсе бейеклек» китабы килтерә. Уның ысын исеме Лия Прейс, тыумышы менән Маршак. Ул Самуил Маршактың һеңлеһе. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ул Өфөгә эвакуацияна һәм тап ошонда был китапты яҙа башлай.Китаптың сюжеты ысын ваҡиғаларға нигеҙләнгән. Был кинола төшкән, «Артек» ҡа барған, зоопаркта айыуҙарҙың тормошон өйрәнгән, бейеклектән һикереп характер тәрбиәләгән ҡыҙ тураһында тарих. "Дүртенсе бейеклек" Советтар Союзында йәшәгән барлыҡ милләттәрҙең телдәренә тәржемә ителә. 1952 йылда китап Тажи Мөхетдин тәржемәһендә башҡорт телендә лә сыға. Китаптың төп героиняһы Марионелла, йәки Гуля Королева Өфөлә йәшәгән, тап бынан фронтҡа киткән. Шуға күрә беҙ уны яҡташыбыҙ тип әйтә алабыҙ. Ул әсәһе Зоя Михайловна һәм үгәй атаһы композитор Филипп Козицкий менән Өфөгә Киевтан күсеп килә. Ғаилә Карл Маркс урамы, 32 адресы буйынса композитор Мәсәлим Вәлиевтың фатирында йәшәй. Өфөлә Гуля Королеваның улы Саша тыуа, китапта Ул-Ежик.1942 йылдың майында, улын әсәһенә ҡалдырып, Гуля Королева 214-се дивизия составында фронтҡа китә. Штаб Өфөләге Октябрь Революцияһы урамы, 7 –се йортта урынлашҡан була. Был йорт әле лә һаҡланып ҡалған.Батыр ҡыҙ санитар инструктор булып хеҙмәт итә. 1942 йылдың 23 ноябрендә Паньшино ауылы янында ҡаты алыш ваҡытында Королева һуғыш яланынан ауыр яраланған 50 яугирҙе һәм командирҙы алып сыға, ә һуңынан бер төркөм ҡыҙылармеецтар менән һөжүмгә күсә.1942 йылдың йәйендә 214-се дивизияға «Красная звезда» гәзитенең махсус хәбәрсеһе Константин Симонов килә. Ул разведчик Семен Школенконың батырлығы тураһында мәҡәлә яҙа. Ул шулай уҡ Башҡорт кавалерия дивизияһына ла мәҡәлә бағышлай. Фотола яугирҙәр менән бергә дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатов. Генерал-майор дәрәжәһен ул һуңыраҡ, 1942 йылдың ноябрендә ала. Һәм был башҡорт яугирҙәренә арналған әҙәби әҫәрҙәрҙең бик аҙ өлөшө генә. Уларҙың исемдәре тарихҡа мәңгелеккә алтын хәрефтәр менән яҙылған.
Өфөнән Сталинградҡа тиклем
Өфөнән Сталинградҡа тиклем