Балыҡтарҙы ҡотҡарыу операцияһы

Балыҡтарҙы ҡотҡарыу операцияһы

Ауырғазы районында йәшәүселәр күлдәр тонсомаһын өсөн махсус акция үткәрҙе. Йыл һайын меңләгән кеше мәке уйырға сыға һәм күлдәргә йәш балыҡтар ебәрә. Хәбәрсебеҙ Гүзәл батыраева сюжеты.Көндөң һалҡын булыуы йортта ултырыу өсөн сәбәп түгел. Йәштәр, үҫмерҙәр һыу ятҡылығын туңған ҡар ҡатламынан таҙарта. Һуңынан боҙ бырауҙары ярҙамында мәкеләр уйыла. Ни тиклем күберәк, шул тиклем яҡшыраҡ. Был мәкеләр балыҡ тотоу өсөн түгел, ә күл тонсомаһын өсөн. Ҡалын ҡар һәм боҙ ҡатламы балыҡтарға кислород килеүен сикләй. Был йыш ҡына балыҡтарҙың күпләп һәләк булыуына килтерә.Миҙхәт Хәсәнов-эколог. Ул һыу ятҡылыҡтарын, күлдәрҙе һәм быуаларҙы тергеҙеү, балыҡтарҙы һаҡлау менән шөғөлләнә. Йыл һайын иртә яҙ йәки ҡыш аҙағында ул Ауырғазы районының Кешәнне ауылы халҡы менән бергә мәке уя һәм йәш балыҡтарҙы ебәрә. Был юлы быуа һаҙан балығы менән тулыландырылды.Балыҡтарҙы иреккә сығарырға теләүселәр сиратҡа теҙелгән. Ул арала өлкәндәр мәке уйыуын дауам итә. Кискә урындағы быуала тиҫтәләгән уйымдар барлыҡҡа киләсәк. Күлдә балыҡтарға кислород етмәү ҡурҡынысы янамай, һәм, әлбиттә, йәйгеһен балыҡ ҡармаҡларға яратыусылар ҙа балыҡһыҙ ҡалмаясаҡ.