Евразия кампусында урынлашҡан VR/ Ви-Ар/-технологиялар һәм робототехника лабораторияһында йәш ғалимдар роботтарҙы өйрәнеп кенә ҡалмай өйрәтә лә. Әйткәндәй, Нефтик исемле роботты улар башҡортса һөйләшергә өйрәткән. Өфө дәүләт нефть техник университеты аспиранттарының тимер ярҙамсыһының телмәре әлегә бай түгел. Әммә киләсәктә ул музейҙар буйлап башҡортса экскурсиялар үткәрә аласаҡ, тигән фекерҙә йәш ғалимдар. Сәлимә Исламова теманы дауам итә.Мөләйем генә һөйләшкән роботтың башҡорт теле камил түгел, әммә ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирә ала. Өфө ҡалаһы тураһында ҡыҙыҡлы факттар менән бүлешә, нефть техник университеты хаҡында тулы мәғлүмәт бирә. Телмәр һәм мәғлүмәт базаһы тулылана бара.Робот башлыса белем бирү өсөн ҡулланыла. Уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирә, Евразия кампусы буйлап экскурсиялар үткәрә. Нефтиктың башҡа һәләттәре лә бар. Ҡолас йәйеп бейей ҙә белә.Евразия политехник мәктәбе Нефть техник университетында асылған сағыштырмаса яңы факультет. Өсөнсө йыл ғына эшләй. Ә Өфө вуз-ара кампусындағы лабораториялары бөлдырылыуға теүәл бер йыл. Факультет студенттары бында роботтарҙы көндәлек тормошта ҡулланыу һәм мәктәп балаларына белем биреү өсөн программалар яҙа.Роботтарҙың ниндәйе генә юҡ. Иң уңышлы тип һаналғандары ғына артабан үҫеша. Башҡалары һүтелә һәм яңыларына нигеҙ һалына. Буласаҡ инженерҙар бында белемдәрен ғәмәлдә ҡулланырға өйрәнә. Евразия кампусындағы робототехник лабратория ошо йүнәлештә үҫергә теләгән мәктәп уҡыусылары өсөн дә студенттарға ла асыҡ. Лабраторияла урынлашҡан тағы бер ҡыҙыҡлы йүнәлеш – ул виртуаль тренажер. Йәш ғалимдар программа аша мәктәп уҡыусыларын төрлө һөнәр эйәләренең эше менән таныштырһа, буласаҡ инжерға үҙ һөнәренең нескәлектәрен белергә ярҙам итә. Мәҫәлән был программаға ярашлы торбалар үткәреүсе сафтан сыҡҡан торбаның бер өлөшөн алыштырып ялғарға тейеш. ПРограммалар әлегә күп түгел. Киләсәктә ҡатмарлыраҡ йүнәлештәрҙе лә үҙләштерәсәкбеҙ, ти йәш ғалимдар. Робототехника заман инженеры өсөн иң кәрәкле ҡорал. Ул йәштәргә төрлө йүнәлештәргә юл аса. Ә Евразия кампусында урынлашҡан VR-технологиялар һәм робототехника лабораторияһы студенттарға заманса ҡоролмаларҙа үҙ һәләттәрен үҫтерегә ярҙам итеп кенә ҡалмай өҫтәлмә һөнәр ҙә бирә.
Башҡортса һөйләшкән робот
Башҡортса һөйләшкән робот