3 көнлөк бай йөкмәткеле этно-фестивалде республика халҡына һәм ҡунаҡтарына Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Роберт Юлдашев тәҡдим итте. Тулыраҡ киләһе сюжетта. Илаһи ҡурай моңдары. Кемде генә һоҡландырмай, кемде генә әсир итмәй ул. Бороңғо халыҡ музыка ҡоралы оҫта ҡулында күңелдең иң нескә ҡылдарын тирбәтеп ебәрергә һәләтле. Өфөнөң “Башҡортостан” концерт залында Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, бик күп халыҡ-ара конкурстар лауреаты Роберт Юлдашев йыр–моң һөйөүселәр өсөн тәүге тапҡыр өс көнлөк музыка һәм бейеү фестивале тәҡдим итте. “Ел көйө” тип аталған этно–фестивалдең исеме үк тамашаның асылы тураһында әйтеп тора. Был хаҡта билдәле ҡурайсы Хәйерле иртә, республика тапшырыуында бүлешкәйне. Бай йөкмәткеле сараның һәр көнө үҙе айырым фестивалгә торош итте. Күләмле этно-мәҙәни тамашаның беренсе көнө Роберт Юлдашев һәм Ҡурайсы этно-төркөмөнөң иң сағыу сығыштарынан торҙо.Роберт Юлдашевтың "Ҡурайсы" төркөмө симфоник оркестр музыканттары ҡатнашлығында ла сығыш яһаны. "World musik", йәғни этно-музыка форматында төркөмдөң билдәле композициялары, донъя һәм Рәсәй кинематографынан саундтректар, рус, башҡорт һәм сит ил композиторҙары музыкаһы яңғыраны. Һоҡланғыс байрамдың икенсе көнө музыка һөйөүсе ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарын күп төрлөлөгө менән эсир иткән бейеү даръяһы солғап алды. Роберт Юлдашев башҡарыуындағы ҡурай моңо менән "Guzal Dance" һәм башҡа республика бейеү коллективтары бейеүҙәре үрелеп барҙы. Байрамдың өсөнсө көнөндә музыка һөйөүселәргә "Ҡурайсы" төркөмөнөң Рәсәй ҡалалары буйлап гастроль турында күрһәтелгән "Ел моңо" музыкаль-хореографик программаһы тәҡдим ителде. Байрам көй менән бейеүҙе берләштергән үҙенсәлекле этно — шоу менән тамамланды. Күптәргә этно-world music йүнәлешендә ижад иткән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Екатерина Ямщикова сығышы хуш килде. Башҡортостанда тәүгегә үткәрелгән Ел көйө фестивале матур йолаға әүерелеп йыл да уҙғарыла торған күркәм байрамға әүерелер тип көтөлә.
Өфөлә беренсе тапҡыр «Ел көйө» музыка һәм бейеү фестивале үтте
Өфөлә беренсе тапҡыр «Ел көйө» музыка һәм бейеү фестивале үтте