Мәскәүҙә Республика башлығы Радий Хәбиров Һәм Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтярев Башҡортостанда спортты үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе. Башҡортостанда спорт үҫешә, спорт менән даими шөғөлләнеүселәр һаны 62 процентҡа тиклем етте, тип билдәләне Радий Хәбиров. Әлеге ваҡытта төбәктә ун алты ҙур спорт объекты төҙөлә. Улар иҫәбендә-Мәләүездәге «Спартак» һәм Күмертауҙағы «Шахтер» стадиондарын төҙөкләндереү. Яҡын арала был исемлекте еңел атлетика манежы һәм олимпия резервы училищеһы тулыландырасаҡ.
Башҡортостанда спорт үҫешә
Башҡортостанда спорт үҫешә






