Өфөлә ике бала тюбинг менән шыуып ныҡлы зыян күрә

Өфөлә ике бала тюбинг менән шыуып ныҡлы зыян күрә

Хәбәр ителеүенсә, был фажиғә Зорге һәм Блюхера урамдары янындағы урманда була. Йәрәхәт алыусы балаларҙың ун йәшлеге реанимацияла ята. Икенсеһе -15 йәшлек үҫмер — шаһиттар әйтеүенсә, башы менән ағасҡа бәрелә һәм уны дауаханаға алып киләләр. Әле ҡарға ҡом һипкәндәр, тауҙан шыуыуҙы тыйған билдәләр ҡуйғандар.