Республиканың Ҡыуатов исемендәге клиник дауаханаһы табиптары Башҡортостан райондарына сығып халыҡҡа медицина ярҙамын күрһәтәсәк. Раевка үҙәк район дауаханаһында ҡан тамырҙары хирургы, невролог һәм акушер-гинеколог, гастроэнтеролог, кардиолог, травматолог, пульмонолог һәм урологта тикшереү үтергә мөмкин. График райондың тар йүнәлешле белгестәргә ихтыяжын иҫәпкә алып төҙөлә. Табипҡа йәшәгән урын буйынса яҙылырға мөмкин. Артабан Белорет, Бишбүләк, Благовещен, Шаран, Йәрмәкәй, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Кушнаренко һәм Нуриман райондарына барыу ҡарала. Күсмә тикшереүҙәр ваҡытында алыҫ ауылдарҙа йәшәүселәр араһында йоғошло булмаған хроник ауырыуҙарҙы, шулай уҡ хәүеф факторҙарын иртәрәк асыҡлана. Апрелдән республиканың төпкөл ауылдарында медицина тикшереүе үткәреү өсөн «Сәләмәтлек поездары» ла йөрөй башлай. Маршрут алыҫ урынлашҡан ауылдарҙың халҡы табиптарҙан, шул иҫәптән тар белгестәрҙән кәңәштәр алһын өсөн барлыҡ райондар буйлап төҙөлә. Былтыр «Сәләмәтлек поездары» табиптары 170 мең пациентты ҡабул иткән һәм 41 мең тикшереү үткәргән.
Табиптар райондарға сыға
Табиптар райондарға сыға