Өфө районында “Алға” махсус иҡтисади биләмәһендә Башҡортостан менән Беларустың троллейбустар эшләү буйынса берлектәге предприятиеһы асыла. Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр ителде. Унда йылына 400-500 троллейбус эшләү ҡарала. Ултырыштың көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин. Дүшәмбе кәңәшмәһенең йолалары ла бар хәҙер. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә “Генерал Шайморатов” миҙалдары Республика менән идара итеү үҙәгендә тапшырыла. Был юлы наградаларға Радмир Байегетов һәм Арыҫлан Мырҙағолов лайыҡ булды. Алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙ әйтеүенсә, Башҡортостан бер ҡасан да үҙ улдарын онотмай. Башҡортостандың тағы бер фронты — инвестиция сәйәсәте яланы. Радий Хәбиров ошо йәһәттән быға тиклем булған уңыштарҙы һаҡларға, ә мөмкинлектәрҙе киңәйтергә саҡыра. Мәҫәлән, Беларусь менән хеҙмәттәшлек. Минск һәм Өфө инвестиция кластерын төҙөү юлдарын барлай. Хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары Рөстәм Моратов билдәләүенсә, яҡын арала Башҡортостанда Беларустең иң ҙур компанияларының базаларына нигеҙ һалына. Ғөмүмән, яңы аҙна Башҡортостан өсөн ҙур яңылыҡтарҙан башлана. Радий Хәбиров, дүшәмбелә Мәскәүҙә уҙған осрашыуҙар һөҙөмтәләрен иғлан итте. Федераль программалар спорт һәм мәғарифкә генә бәйле түгел. Башҡортостанда илдә энергетиканы үҫтереү буйынса проекттарҙы бойомға ашыра. Шуларҙың береһе – электр зарядлау инфраструктураһын камиллаштырыу. Республикала бөгөнгә ошондай 70 пункт булһа, уларҙың яртыһынан күберәге Өфө өлөшөнә тура килә. Ошондай үҙәктәрҙә, тәү сиратта электрҙа йөрөүсө машиналар көс йыя. Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев билдәләүенсә, быйыл Башҡортостанда ошондай 50 станция төҙөлөргә тейеш. Замана өсөн стратегик үҙәктәр булып тора ошондай энергетика станциялары. Радий Хәбиров һүҙҙәренә ҡарағанда, бөгөн комплекстарҙы үҫтереүҙең төрлө юлдарын уйларға кәрәк. Йәмғиәттең айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнә барған электр автомобилдәре менән тормошто бөгөн интернетһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Республика аша уҙған федераль магистралдәргә кәрәҙле элемтә бәйләнешле базалар төҙөү айырым иғтибарҙа булырға тейеш. Башҡортостан башлығы әйтеүенсә, компьютер бәйләнеше көндәлек тормош сағылышы. Дүшәмбе кәңәшмәһендә республикала газ селтәрҙәрен һуҙыу, шәхси йорттарҙы “зәңгәр яғыулыҡҡа” тоташтырыу тураһында ла һүҙ булды. Тиҙҙән, ҡала яны баҡсаларында йәшәүселәр ҙә ошондай мөмкинлек менән ҡуллана аласаҡ. Ә был өлкәләге һанлар тиҫтәләрсә меңгә етә. Кәңәшмәлә оператив һандар ҙа аталды. Мәғлүмәттәр юл-транспорт тармағы, торлаҡ-коммуналь хужалығына бәйле ине.
Башҡортостанда троллейбустар эшләү предприятиеһы асыла
Башҡортостанда троллейбустар эшләү предприятиеһы асыла