Был хаҡта төҙөүселәр ҡала хәкимиәте ойошторған матбуғат осрашыуында белдерҙе. Күпер асылыу менән йылға яры буйлап автомобилдәр ҙә хәрәкәт итә башлаясаҡ. Тулыраҡ Гөлфиә Мәҡсүтова материалында. Ағиҙел күперен төҙөкләндереү сәбәпле, бында 2023 йылдан алып юлдар ябыҡ. Декабрь аҙағында, йылға яры буйлап юл асылырға тейеш ине. Һәр хәлдә шундай вәғәҙә бирелгәйне. Әммә водителдәргә тағы ла бер аҙ уңайһыҙлыҡтарға түҙергә тура киләсәк. Былтыр яҙғы ташҡын көслө булды, етмәһә йәй ямғырҙар туҡтаманы. "Ҡояшлы" пляжындағы сатырҙар, күпер аҫтындағы төҙөлөш майҙансығы тулыһынса һыу аҫтында ҡалды. Бына тап шул сәбәпле төҙөлөш эштәре тотҡарланды.Әле төҙөүселәр металл конструкцияларҙың 80 процентын ҡорған. Ағиҙелдә боҙ ҡуҙғалғансы ике ярҙы тоташтырып ҡалырға ниәтләй улар. Объектта әле илленән ашыу кеше эшләй. Күперҙең ныҡлығын тәьмин итеү өсөн ҡатлам-ҡатлам киптерелгән тимерҙәрҙе бер-береһенә иретеп йәбештерәләр. Блоктар йыйылғас, төҙөүселәр арка конструкцияһының өҫкө өлөшөн монтажлай башлаясаҡ.Күперҙә һигеҙенсе таяуға хәтлем хатта асфальт түшәлгән, был әле беренсе ҡаты ғына. Икенсе ҡаты күперҙең асылыуына, көҙгә ҡарай түшәләсәк. Күпер ҡоростан төҙөлә, ул тутығыуға бирешмәйәсәк. Талаптарға ярашлы, яңы күпер элеккеһенән айырылмаясаҡ. Хатта совет символикаһы элементтары, шул иҫәптән күпер төҙөлгән йыл тураһындағы яҙыу ҙа ҡабаттан тергеҙеләсәк..
Өфөлә Ағиҙел аша яңыртылған күпер буйлап хәрәкәт быйыл сентябрҙә башлана
Өфөлә Ағиҙел аша яңыртылған күпер буйлап хәрәкәт быйыл сентябрҙә башлана