Республика башлығы Юл хәрәкәте именлеген тәьмин итеү буйынса ведомство-ара комиссия ултырышын үткәрҙе. Райондарҙа һәм ҡалаларҙа, федераль, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге юлдарҙа аварияларҙы кәметеү көн тәртибенә сығарылған иң төп мәсьәләләрҙең береһе ине. Үткән йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда юл-транспорт ваҡиғаларын кәметеүгә өлгәшелгән. Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы етәксеһе Владимир Севастьянов белдереүенсә, авариялар һаны 18 процентҡа аҙайған. Юлдарҙа һәләк булыусылар икенсе йыл рәттән 400 кешенән артмай. Йәғни, Республика башлығының 2020-се йылда ҡуйған бурыстары теүәл үтәлә. Аварияларҙың 85 процентына водителдәр үҙҙәре, 354-енә иҫерек водителдәр ғәйепле. Ултырышта ҡатнашыусылар артабан да аварияларҙы кәметеү юлдарын тикшерҙе. Юл билдәләрен һәм светофорҙар, яҡтыртыу системалары ҡуйыу, юлдарҙы ремонтлау буйынса тиҙҙән саралар күреләсәк. Авариялар күп теркәлгән урындарҙа шәхсән пландар булдырыласаҡ. Юлдарҙа балаларҙың йәрәхәтләнеүен иҫкәртеү тураһында Мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итте. Былтыр был йәһәттән мәктәптәрҙә 700 сара ойошторолған. Был эш быйыл да дауам итәсәк, тине министр. Республика башлығы иҫерек водителдәрҙе асыҡлау буйынса учаска полиция хеҙмәткәрҙәре эшен юғары баһаланы һәм юлдарҙа именлек тәьмин итеү йәһәтенән эште көсәйтергә ҡушты.
Юлдарҙа авариялар һаны 18 процентҡа аҙайған
Юлдарҙа авариялар һаны 18 процентҡа аҙайған