Яугирға машина

Яугирға машина

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалында махсус хәрби операция ветераны Радик Йосоповҡа яңы Лада Гранта автомобиленең асҡысы, шулай уҡ дәүләт наградалары һәм хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмалары тапшырылды.Автомобиль ҡул менән идара ителә. Транспорт менән тәьмин итеү махсус хәрби операция биләмәһендә ауыр йәрәхәтләнгән яугирҙарҙы реабилитациялау һәм яраҡлаштырыуҙың бер өлөшө булып тора. Радик Йосоповҡа асҡысты Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары — спорт министры Руслан Хәбибов, республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевич һәм «Ватанды Һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина тапшырҙы.Радик Йосопов 2022 йылдың көҙөндә өлөшләтә мобилизация сиктәрендә махсус хәрби операцияға китә. Луганск Халыҡ республикаһында хәрби бурысын үтәгәндә ауыр яралана. Батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн «Рәсәй Федерацияһының оборона һәләтен нығытыуға индергән өлөшө өсөн» оборона министрлығы миҙалы менән бүләкләнә.