Үткәндәрҙән бөгөнгөгә

Үткәндәрҙән бөгөнгөгә

Өфөнөң Торатау конгресс-холында Башҡортостанда филологик белем биреүҙең 95 йыллығына һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы шәрҡиәт һәм журналистика факультетының 35 йыллығына арналған күләмле сара ойошторолдо. Саранан хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина репортажы. Өфө Нурия Ғилмуллина Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында байрам атмосфераһы гөрләй. Ҡасандыр бында белем алған билдәле журналистар, яҙыусылар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре йыйылған. Бер күрешеү үҙе бер ғүмер. Яңы ғына ошо коридорҙарҙан дәрескә һуңламаҫ өсөн кабинеттарға йүгерешкән студенттар бөгөн инде олпатланып, шәхес булып, тыуған факультеттарының матур юбилейына килгән. Бының сәбәбе лә матур. Башҡортостанда филологик белем биреүҙең 95 йыллығы һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы шәрҡиәт һәм журналистика факультетының 35 йыллығы билдәләү заман шарттарынан сығып яңы маҡсаттар ҡуйыуға йүнәлтелде. Ҡунаҡтар факультетта белем биргән арҙаҡлы шәхестәрҙе, Башҡортостандың тел һәм әҙәбиәт өлкәһенә фиҙаҡәр хеҙмәт иткән, уның үҫешенә тос өлөш индергән яратҡан уҡытыусыларын яратып иҫкә алды. Әлеге ваҡытта студенттарға белем биргән уҡытыусыларҙың тәжрибәһе шаҡтай ҙур. Сығарылыш курс студенттары араһында факультетта төплө белем алып бөгөнгө көндә ҡәләм тирбәтеүсе, үҙ әҫәрҙәре менән киң билдәлелек яулаған яуҙыусылар ҙа байтаҡ. Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенттарға белем биреү менән генә сикләнмәй, төрлө мәҙәни саралар ойоштора, шул арҡала бында белем алғандарҙың милли үҙаңы юғары кимәлдә. Факультетта әле ижадҡа ла ҙур иғтибар бүленә. Студенттарҙың «Йәшлек» бейеү ансамбле университеттар араһында, республика һәм ил кимәлендә үткән төрлө конкурстарҙа призлы урындар яулай. Торатау конгресс-холында үткән юбилей сараһында хөрмәтле ҡунаҡтар араһында Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов та бар ине. Ул Радий Хәбировтың ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе. Факультетта әле 12 илдән, Рәсәйҙең 18 төбәгенән 20 милләт вәкиле белем ала. Уларҙың дөйөм һаны 1000 дән ашыу. Киләсәктә был һан тағы ла артыр, тигән ышаныста факультет етәкселеге.