Бер генә ветеранда байрам сараларынан ситтә ҡалырға тейеш түгел

Бер генә ветеранда байрам сараларынан ситтә ҡалырға тейеш түгел

Республика башлығы ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтарына, министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәренә 23 февраль Ватанды һаҡлаусылар көнөн лайыҡлы кимәлдә үткәрергә ҡушты. Бер генә ветеранда байрам сараларынан ситтә ҡалырға тейеш түгел, тине Радий Хәбиров. Башҡортостандың хәрби наградаларының береһе – “Генерал Шайморатов” миҙалы менән бүләкләнеүселәр һаны арта. Уның сираттағыһы Мөҙәрис Асылбаевҡа тапшырылды. Һүҙ миҙал түгел, ә бөгөн төп бурыс-махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға иғтибар тураһында. Бынан тыш, “Башҡортостан геройҙары” програмаһының төп нигеҙҙәре лә иғлан ителергә тейеш. Кәңәшмә һәм унда ҡаралған мәсьәләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин. Яңы аҙнаның тәүге көнөндә башҡарма власть органдарындағы үҙгәрештәр тураһында әйтелде. Хәҙер Ҡалтасы менән Өфөнөң Дим районы хакимиәттәрендә яңы башлыҡтар. Муниципаль биләмәләрҙәге үҙгәрештәр бының менән тамамланмай. Радий Хәбиров Иглинде үҫтереү буйынса план һөҙөмтәләрен иғлан итте. Документ нигеҙендә яңы обьекттар төҙөлгән, үҙгәрештәр байтаҡ. Әмма, Башҡортостан башлығы райондың юл картаһын артабан да дауам итеү кәрәклеген билдәләй. Башҡортостан социаль йүнәлешле субьект. Быға йәнә бер миҫал – сәләмәтлеге сикләнгән балалар араһындағы ярыштар. Был юлы унда БДБ илдәре командалары ҡатнашасаҡ. Ғөмүмән, республиканың юғары власть даирәләре хәҙер эш алымдарын үҙгәртергә ниәтләй. Хәҙер Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм Хөкүмәт рәйесе Андрей Назаров йүнселдәр менән шәхсән осрашыуҙар үткәрергә ниәтләй. Маҡсат-ошо йүнәлештәге төп мәсьәләләрҙе асыҡлау. Башҡортостан алдында торған йәнә лә бер стратегик бурыс – юлдар. Тап ошо аҙнала республиканың тап уртаһынан уҙған Р 240 федераль трассаһын төҙөйәсәк компания исеме аталасаҡ. Республиканың юлдар селтәрен камиллаштырыуға иғтибарын арттырыуға аңлатма биреүе ауыр түгел. Тап магистралдәр тауар ташыуға мөмкинлек бирә. Әлбиттә, Башҡортостан һәм Үзбәкстан араһында тура юлдар булмаһа ла, Ташкент менән Өфө хеҙмәттәшлегенә ул ҡамасаулыҡ түгел. Үзбәкстан – Башҡортостандың Урта Азиялағы төп партнерҙарының береһе. Берлектәге проекттар аҙыҡ-түлектән башлап, ҙур технологияларға тиклем етә, ти Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Александр Шельдяев. Тик ваҡыт бөгөнгө һөҙөмтәләр менән риза түгел. Башҡортостан етәксеһе ҙур проекттарҙы бойомға ашырыу кәрәклеген әйтә. Кәңәшмәнең төп темаһы — кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ. Республика менән идара итеү үҙәгендә аҙна башында ошо йүнәлешкә бәйле байтаҡ һандар аталды. Мәҫәлән, йүнселдәргә ярҙам өсөн былтыр ҡаҙна миллиард һум бүлгән. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко әйтеүенсә, уҙған йыл район-ҡаларҙағы эшҡыуарҙар 4 меңдән ашыу проект тәҡдим иткән. Кәңәшмәлә аталған һандар эшҡыуарлыҡ, етештереүгә генә ҡағылманы. Башҡортостанда, мәҫәлән 900 мең самаһы сабый бар. “Әсәлек һәм балалыҡты яҡлау” проекты бөгөн төп документтарҙың береһе, ти һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин. Радий Фәрит улы, мәҫәлән, был системалағы үҙгәрештәргә ыңғай баһа бирә. Башҡортостандың мәғариф системаһында ла быйыл яңылыҡтар байтаҡ. Уларҙың береһе мәктәптәрҙә хеҙмәт дәрестәрен индереү менән бер рәттән, Ватанды һаҡлау нигеҙҙәре кабинеттарын йыһазландырыу. Радий Хәбиров тап хеҙмәт дәрестәрен алып барыусы уҡытусылар менән дә осрашыу теләген белдерҙе. Ә республика ҙур форумға әҙерләнә. Киләһе аҙнала Башҡортостанда баҡсасыларҙың ҙур кәңәшмәһе уҙһа, Радий Фәрит улы Хәбиров райондарҙа Ватанды һаҡлаусылар көнөнә әҙерлектең юғары кимәлдә булыуын талап итә.