Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 80 йыл тулыу айҡанлы Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе ветерандарға аҡса түләйәсәк. Ул бер тапҡыр биреләсәк. Рәсәй Президенты Указы менән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм инвалидтарға, уларҙың тол ҡатындарына, шулай уҡ «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе», «Ҡамауҙа ҡалған Севастополдә йәшәүсе», «Ҡамауҙа ҡалған Сталинградта йәшәүсе» билдәләре менән бүләкләнгән граждандарға һәм концлагерьҙарҙағы бәлиғ булмаған тотҡондарға бер тапҡыр 80 мең һум аҡса бирелә. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тылда эшләгәндәргә, шулай уҡ һуғыш йылдарында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн СССР-ҙың орден-миҙалдары менән бүләкләнгәндәргә һәм элекке нацист концлагерҙары, төрмә, геттоларҙың бәлиғ булған тотҡондарына 55 мең һум түләнә. Социаль фондтың республика буйынса бүлексәһе идарасыһы Фәнил Вәхитов әйтеүенсә, әле республикала үрҙә әйтелгән түләүҙе алырға хоҡуҡлы 7,5 меңдән ашыу граждан, шул иҫәптән 116 Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы һәм инвалид йәшәй. Аҡса апрель пенсияһы менән бергә бирелә.
Бөйөк Еңеү айҡанлы ветерандарға аҡса түләнәсәк
Бөйөк Еңеү айҡанлы ветерандарға аҡса түләнәсәк