Башҡортостанда грипп һәм киҫкен респиратор вируслы инфекция мәктәптәр эшенә үҙгәрештәр индергән. Айырым кластарҙа карантин иғлан ителгән, дүрт балалар баҡсаһы тулыһынса ябылған. Гриптан һаҡланыу тураһында хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина. Артыҡ күңелгә ятышлы процедура түгел, тик дөрөҫ диагнозды тап ошо юл менән генә билдәләргә мөмкин. Поликлиникаларҙа үткәрелгән пцр-тикшереүҙәр пациенттар беренсел мөрәжәғәт иткәндә өс патогенды — киҫкен респиратор вируслы инфекция, грипп һәм коронавирусты асыҡлау өсөн үткәрелә. Был ауырыуҙарҙың башланыу билдәләре, ғәҙәттә, бик оҡшаш. Терапевт ҡабул иткән кабинеттар эргәһендә һуңғы көндәрҙә кешеләр айырыуса күп. Һалҡын тейҙереүселәр һаны 13%-ҡа артҡан, ти белгестәр. Аҙнаның беренсе көнөн табиптар иң ҡатмарлыһы тип атай. Ковид формаһын үҙгәртә, ә грипп вирустары араһында H1N1 штамы өҫтөнлөк итә. Роспотребнадзорҙың республика буйынса идаралығында төбәктә әлегә ауырыу иң юғары нөктәһенә етмәгән, тип билдәләйҙәр. 3-6 йәшлек сабыйҙар һәм 7-14 йәшлек уҡыусылар грипп буйынса хәүеф төркөмөнә инә. Дөйөм статистикала улар ауырыусыларҙың күпселеге. Шуға күрә белгестәр вирустың тәүге билдәләре булғанда өйҙә ҡалырға кәңәш итә.Нурия Ғилмуллина, Гульшат Валеева, Вадим Зараев, Азамат Әхмәҙишин, Зарема Хисмәтуллина, хәбәрҙәр Башҡортостан.
Башҡортостанда грипп һәм киҫкен респиратор вируслы инфекция йоҡтороусылар арта
Башҡортостанда грипп һәм киҫкен респиратор вируслы инфекция йоҡтороусылар арта