Башҡортостандың Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле 11 март Кремль һарайында «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» программаһы менән сығыш яһаясаҡ.Беренсе бүлектә башҡорт хореографияһы классикаһы, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған хореография композициялары күрһәтелһә, икенсеһендә ғәскәровсылар Рәсәй һәм донъя халыҡтары бейеүҙәре менән сығыш яһай. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» программаһы өсөн ЮНЕСКО-ның абруйлы наградаһына – «Биш ҡитға» алтын миҙалына һәм «Донъя илсеһе» дипломына лайыҡ булған. Ансамбль йыл һайын Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара проекттарҙа ҡатнаша, милли мәҙәниәтте һәм сәнғәтте бар донъяға таныта. Ансамблдең тарихы 1939 йылда, талантлы хореограф, Игорь Моисеевтың уҡыусыһы Фәйзи Ғәскәров Башҡортостанда профессиональ бейеү коллективына нигеҙ һалғас башланған. Талантлы хореограф Фәйзи Ғәскәров башҡорт бейеүенең асылын тойоп, уны төрлө милләт вәкилдәренә яҡын һәм аңлайышлы итеп һалған.
Ғәскәровсылар Кремль һарайында сығыш яһаясаҡ
Ғәскәровсылар Кремль һарайында сығыш яһаясаҡ






