Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бөтә Рәсәй дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы генераль директоры урынбаҫары Рифат Сабитов менән осрашты. Әңгәмәлә төбәк телевидение һәм радио тапшырыуҙар селтәрен үҫтереү, медиахолдинг менән хеҙмәттәшлек юлдары тикшерелде. Башҡортостанда милли эфирҙы үҫтереү һәм һаҡлауға бәйле фекер алышыуҙа, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына бағышланған саралар тураһында ла һүҙ барҙы. Телевидение һәм радио тапшырыуҙары селтәрен үҫтереүҙә күп йыллыҡ фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Указы менән Рифат Сабитов “Халыҡтар дуҫлығы” ордены менән дә бүләкләнде. Рифат Сабитов Башҡортостан дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы етәкселеге һәм коллективы менән дә аралашты. Ул хеҙмәткәрҙәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе, уңыштарға ирешкән өсөн рәхмәт белдерҙе һәм алдынғы хәбәрселәр, телеоператорҙар, водителдәр һәм рәссамдарға наградалар тапшырҙы.
Рифат Сабитов “Халыҡтар дуҫлығы” ордены менән бүләкләнде
Рифат Сабитов “Халыҡтар дуҫлығы” ордены менән бүләкләнде