Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм Хөкүмәт рәйесе Андрей Назаров йүнселдәр менән шәхсән осрашыуҙар үткәрергә ниәтләй. Маҡсат-ошо йүнәлештәге төп мәсьәләләрҙе асыҡлау. Былтыр республикала эшҡыуарлыҡҡа дәүләт яғынан ярҙамға 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхсән эшҡыуарлыҡ башланғыстарын яҡлау” милли проекты сиктәрендә генә федераль бюджеттан 436, төбәк ҡаҙнаһынан 9 миллион аҡса бүленгән. Башҡортостан ҡаҙнаһынан эшҡыуарҙарҙы дәүләт яҡлауына 477, урындағы бюджеттарҙан 95 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Республикала йүнселдәр 593 мең кешенән артты. 2024 йыл йомғаҡтары буйынса, социаль эшҡыуарҙар, предприятиелар һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә алдынғы урындарҙы биләй. Һөҙөмтәлә һалымдар түләү ҙә арта.
Йүнселдәр менән шәхсән осрашыуҙар
Йүнселдәр менән шәхсән осрашыуҙар