Электр менән зарядлау инфраструктураһын камиллаштырыу буйынса ла байтаҡ эштәр башҡарыла. Хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина репортажы. Нәркиз Басыров бына инде 5 йылдан ашыу электромобиль ярҙамында хәрәкәт итә. Ҡала эсендә йөрөгәндә үтә лә уңайлы, ти ир. Электромобилдең үҙенсәлеге шунда, ул ябай машина кеүек бензин менән түгел, электр көсө менән йөрөй. Ғаилә сығымдары әллә нисә тапҡырға кәмегән. Электромобилдәр һауаға насар матдәләр бүлеп сығармай һәм тәбиғәткә зарар килтермәй. Был төр транспорт ҡышҡа ҡарағанда йәй көнөндә алыҫыраҡ араларҙы үтә ала. Ҡалала электр станциялары күбәйгәндән-күбәйә бара. Тик булған осраҡта ла эшләмәгәндәре бар. Мәҫәлән, Ибраһимов урамында урынлашҡан зарядлау станцияһы бик популяр булған. Әле ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында ул эшләмәй. Нәркиз бындай ҡыйынлыҡтарға күнеккән һәм кәйефен төшөрмәй. Ҡышҡы ваҡытта, бигерәк тә ҡар күп яуһа электр станцияһына барып етә алмауың да ихтимал. Нәркиз Басыров кеүек электромобиль йөрөтөүселәр һаны көндән көн арта. Был, әлбиттә, бары тик ыңғай һөҙөмтәләргә килтерә. Башҡортостан илдә энергетика буйынса проекттарҙы бойомға ашыра, шуларҙың береһе электр зарядлау инфраструктураһын камиллаштырыу. Республикала әле ошондай 70 пункт булһа, уларҙың яртыһынан күберәге Өфөгә тура килә. Был турала республика башлығы оператив кәңәшмәләрҙең береһендә белдергәйне. Шулай уҡ республикала был өлкәгә үҙ өлөшөн индерергә теләүселәргә юл һәр ваҡыт асыҡ. Рәсәйҙә электр зарядлау станцияларын етештереү буйынса 8 ойошма эшләп килә, уларҙың береһе Башҡортостанда урынлашҡан. Өфө Нурия Ғилмуллина Электромобильдарҙы зарядлау станцияһы үтә лә хәүефһеҙ тип һанала. Уның эсендәге датчик был ҡоролма менән берәй нимә булһа автоматик рәүештә диспетчерға сигнал ебәрә һәм белгестәр уның эшләүен дистанцион рәүештә туҡтата. Был цехта етештерелгән станцияларҙың барыһы ла тейерлек үҙебеҙҙең белгестәр тарафынан эшләнгән. Цех 1 йыл элек эшен башлаған, 2 ай эсендә бында 150 кВт электр зарядлау станцияларын етештерә башлайҙар. 2024-се йылда бында 100 ҡоролма эшләп республика һәм күрше төбәктәрҙә ҡуйылған. Әлеге көндә цехта 20 эшсе хеҙмәт итә. Киләсәктә етештереү цехтарын ҙурайтырға торалар. Бындай преприятиелар әлеге көндә күп түгел, тик көндән-көн уларға ихтыяж арта. Киләсәктә электромобилдәрҙең һаны артыр, тип көтөлә. Был иҡтисадты үҫтерергә һәм тәбиғәтте лә һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.
Республикала электромобилдәр арта
Республикала электромобилдәр арта






