Билдәле яҙыусы, драмматург Мөнир Ҡунафиндың махсус хәрби операция биләмәһенә барып ҡайтып, күргән, кисергәндәренә нигеҙләнеп ижад иткән әҫәре буйынса спектакль әҙерленә. 20-се һәм 21-се февраль Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында уның премьераһы үтә.
Хәбәрсе. Ысын дуҫлыҡ, батырлыҡ һәм илһөйәрлек. Ил һағында торғанда батыр йөрәкле яугир ҡайғыртамы ни үҙ ғүмерен? Әлбиттә юҡ.
"Бер ғүмер етмәй икән..." Башҡорт сәхнәһендә махсус хәрби операцияға бағышланған ошондай спектакль беренсегә ҡуйыла. Ул билдәле яҙыусы, драмматург Мөнир Ҡунафиндың махсус хәрби операция биләмәһенә барып ҡайтып, күргән, кисергәндәренә нигеҙләнеп яҙылған әҫәрҙәре буйынса сәхнәләштерелә. Автор пьессаһын ҡаһарманлыҡ тураһындағы драматик поэма тип атай.
Пьеса өс тапҡыр үҙгәрештәр кисергән. Әммә уның төп асылы, идеяһы үҙгәрешһеҙ ҡалған. Һуғыш кешене, уның ҡараштарын, тормош ҡиммәттәрен ни тиклем үҙгәртеүе тураһында был сәхнә әҫәре. Спектаклдә ысын заман геройҙары һүрәтләнә. Әммә автор менән режиссер уларҙың барыһын да тиерлек йыйылма образ тип һынландырған. «Ҡаһарман», «Хакер», «Историк», «Сәсән», «Иман», «Малыш» булһынмы. Тамашасы һәр образда үҙе белгән һәм ишеткән халыҡ геройҙарын төҫмөрләй аласаҡ. Улар араһында халыҡ ихтирамын һәм сикһеҙ һөйөүен яулаған “Безбашенный” Фәнис Хөсәйенов, герой Илдар Суфияров образдары ла бар.
Спектакль яугирҙәрҙең яу яланында һәм блиндаждағы тормошон тулы кимәлдә асырға мөмкинлек бирә. Әммә һуғыш асылы бары тик яугир яҙмыштары, уларҙың илһөйәрлеге һәм батырлыҡтары аша күренә. Төп маҡсат — ысынбарлыҡты күрһәтеү. Кәмһетмәй, ҡабартмай, нисек бар, шулай күрһәтеү.... Ә тамашасыны тулыһынса ошо мөхиткә сумдырыу өсөн хәрбиҙәрҙең баһаламаһы лә артыҡ булмаҫ. Был йәһәттән Башҡортостан Башлығының хәрбиҙәр менән эш итеү буйынса кәңәшсеһе, үҙе яугирҙар менән алғы һыҙыҡта алышҡан Алик Камалетдинов спектаклде юғары баһаланы һәм актерҙарға үҙ кәңәштәрен бирҙе.
Геройҙар,махсус рәүештә яҙылған йырҙар, декорациялар. Сәхнә әҫәре әҙер һәм үҙ тамашасыһын көтә. "Бер ғүмер етмәй икән..." спектакле премьераһы 20 һәм 21 февраль М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында үтәсәк.
Бер ғүмер етмәй икән...
Бер ғүмер етмәй икән...