Башҡортостанда һуңғы аҙнала респиратор инфекциялар менән ауырыусылар арта. Киҫкен респиратор инфекция йоҡтороуҙың 26 меңдән ашыу осрағы теркәлгән. Роспотребнадзор идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, уларҙың 60 проценты грипп менән ауырый. 14 йәшкәсә балаларҙың йыш ауырыуы айырыуса борсолоу тыуҙыра. Республикала әле гриптың А Аш1Н10 төрө өҫтөнлөк итә. Әммә уға алмашҡа В вирусынең килеүе ихтимал. Башҡортостанда ике мәктәп һәм бер балалар баҡсаһы тулыһынса карантинға ябылған. 14 мәктәптә 24 класс һәм туғыҙ балалар баҡсаһында 24 төркөм өлөшләтә эшен туҡтатҡан.
Грипп менән ауырыусылар арта
Грипп менән ауырыусылар арта