“Әсәлек капиталы” программаһы 2030 йылға тиклем оҙайтылды

“Әсәлек капиталы” программаһы 2030 йылға тиклем оҙайтылды

Рәсәй президенты тәҡдиме менән “Әсәлек капиталы” программаһы тағы ла 2030 йылға тиклем оҙайтылды. Дәүләт Думаһы депутаттары икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа ошо туралағы закон ҡабул итте. Быға тиклем Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда Әсәлек капиталы программаһын 2030 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтыу тәҡдиме менән сығыш яһағайны. Шулай итеп, программа тағы ла дүрт йылға оҙайтыла. Башҡортостанда 2025 йылдың 1 мартынан әсәлек капиталы аҡсаһын шәхси йорт һалыуға йүнәлтергә мөмкин. Ғаилә капиталы беренсе балаға 690 мең, икенсеһе тыуған осраҡта тағы ла 222 мең, әгәр быға тиклем әсәлек капиталына хоҡуҡ булмаһа 912 мең һум бирелә.