Башҡортостан парламентының сираттағы ултырышы уҙҙы

Башҡортостан парламентының сираттағы ултырышы уҙҙы

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары кәңәшмәһендә республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин һөйләй. Башҡортостан парламентының яҙғы сессиялағы сираттағы ултырышында ҡаралған ҡайһы бер закон проекттары тураһында айырым әйтергә кәрәк. Дәүләт Йыйылыш-Ҡоролтай депутаттары хәҙер республика халыҡтарының милли мираҫын дәүләт реестрына теркәү яҡлы. Был документҡа аңлатма биреү урынлы. Исемлеккә ингән һәм матди булмаған ҡомартҡылар теге йәки был халыҡтың теле, йолаларына бәйле. Тимәк, улар дәүләт һаҡлауына алына. Реестрҙа тәбиғи обьекттар: тау-йылғалар, һыу ятҡылыҡтары бар. Ә үҙ сиратында реестр халыҡ ҡомартҡылары, ҡул эштәренә патент алыуға мөмкинлек аса. Тик йәмғиәтте борсоған мәсьәләләр мәҙәниәт кенә түгел. халыҡ именлеген тәьмин итеү бөгөн беренсе урында. Ҡыҙғанысҡа, Башҡортостанда мигранттар тарафынан башҡарылған енәйәттәр һаны арта, шул уҡ ваҡытта наркотиктар менән сауҙа итеүселәр күбәйә. Парламент депутаттары менән осрашыуында республика буйынса Эске эштәр министры Александр Прядко ошоға бәйле һандарҙы атаны. Эске эштәр министрлығы мәғлүмәтенә ҡарағанда, республикала бирелгән ришүәттең уртаса суммаһы 131 мең һум. Һәм ришүәтселек төрлө тармаҡтарҙа күҙәтелә. Мәҫәлән, урмансылыҡ өлкәһендә сеймалды законһыҙ һатыу йышая. Дәүләт аҡсаларын урлау ауыл өсөн хас күренеш. Райондарҙа хәҙер ерҙе һаҡлау, шәхси хужалыҡтарҙы үҫтереү йәһәтенән айырым документ ғәмәлгә инә. Мәҫәлән, ярҙамсы шәхси хужалыҡ алып барған граждандарҙың, бер үк ваҡытта милек йә иһә башҡа хоҡуғында булған ер участкаларының дөйөм майҙанының максималь күләме 2 ярым гектарҙан артырға тейеш түгел. Был иҫәпкә хатта бесән сабыу өсөн яландар, көтөүлектәр инә. Парламент депутатарының кесаҙналағы ултырышын бер ни тиклем кимәлдә тарихи ваҡиға тип атарға ла мөмкин. Хәҙер Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай составында булып та, башҡа дәүләттәрҙә иҫәптәре булған, шулай уҡ Рәсәйгә ҡаршы эш алып барған депутаттарға “сит ил агенты” тигән статус бирелеп, уларҙың мандаты алына. Башҡортостандың закондар сығарыу буйынса төп органында әлегә ундай хәл теркәлгәне юҡ. Әммә, ваҡиғаларҙы алдан иҫкәртеү урынлы. Парламент депутаттары тарафынан раҫланып, тиҙҙән республика етәксеһе указы менән нығытыласаҡ тағы бер документ иғтибарға лайыҡ. Ул ОСАГО полисы. Хәҙер транспорт сараһын теркәгәндә уның кәрәге бөтөнләй юҡ. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай вәкилдәренең сираттағы кәңәшмәһендә Тәтешле районындағы айырым ауыл хакимиәттәре сиктәре лә билдәләнде.