Салауат Юлаев исемендәге батальондың бер төркөм яугирҙәре ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Хәрбиҙәрҙе туғандары һәм яҡындары оҙатып ҡалды. Тулыраҡ киләһе сюжетта.Был яугирҙе оҙатырға ҡатыны менән улы, апаһы килгән. “Киндер” ҡушаматлы яугир бер айҙан ашыу ял иткәндән һуң, йәнә хәрби операция биләмәһенә юллана. Ял ваҡытында барыһына ла өлгөрөп булмаһа ла, төп бурыстарымдың береһе-йорт төҙөү менән булыштым, ти яугир. “Пуля” ҡушаматлы эт тә Салауат Юлаев исемендәге батальонда хеҙмәт итә, ул йорт хайуаны ғына түгел, ә яугирҙәрҙең бетеүенә әйләнгән. Уның хужаһы “Ҡурай” позывнойлы яугир, был эт үҙе мине тапты ти.Салауат Юлаев исемендәге батальонда хеҙмәт итеүселәр араһында барлыҡ көс структураладыр хеҙмәткәрҙәре бар. Күптәр хәрби хеҙмәтен башлағанға тиклем үк ҡыҙыу нөктәләр аша үткән. Был юлы ялдан һуң бөтәһе 90 кеше махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды.Салауат Юлаевтың ирекле батальонын ойоштороу буйынса йәмәғәт штабы менән етәкселек итеүсе Ирек Бикташев та егеттәрҙе оҙатырға килгән.Яугирҙәрҙе оҙатыу алдынан яугирҙарға Республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов мөрәжәғәт итте. Ул барыһына ла һаулыҡ һәм өйҙәренә имен-аман ҡайтыуҙарын теләне.Салауат Юлаев исемендәге батальон булдырыу тәҡдиме менән үҙ ваҡытында республика ветерандары сығыш яһағайны. Уны башҡортостан етәксеһе лә күтәреп алды. Республика халҡы, етәкселек хәҙер беҙҙең яугирҙарҙы ярҙамһыҙ ҡалдырмай.
Еңеү артынан
Еңеү артынан