Башҡортостандың ышаныслы тылы

Башҡортостандың ышаныслы тылы

«Башҡортостандың ышаныслы тылы» хәйриә ойошмаһы Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәребеҙгә гуманитар ярҙам туплауын дауам итә. Әлеге мәлдә улар Ватанды һаҡлаусылар көнөнә егеттәргә бүләктәр әҙерләй. Ирекмәндәр янына ҡыҫҡа ялға ҡайтыусы “Добрый”позывнойлы яугир ҙа инеп сыҡты. Әйткәндәй, мобилизация башланғанға тиклем Никита Конышев үҙе лә ирекмәндәр рәтендә була. Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан тупланған моҡсайға яугирға иң кәрәкле әйберҙәр һалынған. Унда шулай уҡ мәктәп уҡыусылары тарафынан яҙылған хаттар ҙа бар. Уларҙың барыһын да мотлаҡ уҡыйбыҙ, ти Никита. Хәйриә ойошмаһында һәр кемгә иғтибар бар. Ил һағындағы гүзәл заттарҙы ла онотмайҙар.
Добрый хәрби ҡушаматы йөрөтөүсе яугир Донбаста барған хәлдәрҙе 2014 йылдан күҙәтә. Артабан ирекмән булараҡ Украинала урандағы халыҡҡа ярҙам итә.
Теләге ҙур булһа ла армия хеҙмәте үтмәгәс уны яңы ойошҡан хәрби батальондарға алмайҙар. Махсус хәрби операцияға 2022 йылда өлөшләтә мобилизация башланғас эләгә.
Әлеге мәлдә ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан. Оҙағыраҡ ял итергә ине, әммә яу юлы еңел түгел, башҡаларға ла ял етмәй, ти егет. Бөгөн ул ирекмәндәргә оло рәхмәтен еткерергә килгән.
Ә республиканың ышаныслы тылы ойошмаһы әүҙемдәре яугир аша байрамға бүләктәр һәм башҡа кәрәк-яраҡтар оҙатасаҡ.
Башҡортостандың ышаныслы тылы махсус хәрби операцияға ярҙам итергә теләгән һәр кемгә уның теләген тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Битараф булмаған кешеләр көн дә маскировка селтәрҙәре үрергә килә, шәхси гигиена кәрәк-яраҡтары һатып ала, тиҙ әҙерләнә торған аштар киптерә. Парафин шәмдәре эшләргә оҫтарҙыҡ. Алама еҫе, йә төтөнө сыҡмаһын, егеттәргә зыяны теймәһен өсөн тырышабыҙ, ти ҡыҙҙар.
Ярҙамдың аҡсалата йыйылған өлөшөнә медицина кәрәк яраҡтары һатып алына. Яугирҙәрҙең һорауҙары буйынса туплап кәрәкле подразделениеға оҙатыла.
Төбәктең ышаныслы тылы ойошмаһы яугирҙәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Егеттәр үҙ сиратында рәхмәт еткерә, ойошманың музейын булдырыуҙа ярҙамлаша. Был байраҡта килгән һәр яугир ҡултамғаһын ҡалдыра.