Ни өсөн Өфө халҡы йәмәғәт транспорты менән ҡәнәғәт түгел?

Тулыраҡ: Ни өсөн Өфө халҡы йәмәғәт транспорты менән ҡәнәғәт түгел?

Был тармаҡтағы хәлде яҡшыртыр өсөн ниндәй үҙгәрештәр кәрәк? Ошо юҫыҡта эшләгән проекттар үҙен ни өсөн аҡламай? Автобус водителдәре, әйтерһең дә, көндә пассажирҙар ташырға түгел, ә ярышырға сыға. Уларҙың төп маҡсаты кеҫә тултырыу. Транспорт тығынынан интеккән Өфө урамдарында автобусҡа мөмкин тиклем күберәк пассажирҙар ултыртыу. Аҡса артынан ҡыуғанда юл ҡағиҙәләре лә, кеше именеге лә икенсе урынға сыға. Водителдәр күҙен һәм аҡылын тик аҡса томалаған. Өфөлә шәхси маршрут автобустары водителдәре тәртип һәм иғтибар, ҡағиҙә тигән һүҙҙән йыраҡ тора. Шулай уҡ Өфө урамдарында легаль булмаған пассажир йөрөтөүселәр ҙә осрай. Өфөлә йәмәғәт транспортына бәйле хәл бик ҡатмарлы. Иртәле-кисле пассажирҙар тығындар сәбәпле сәғәттәр буйына автобус салонында ҡалырға мәжбүр. Транспорттың техник етешһеҙлеге лә кеше ғүмере өсөн ҙур хәүеф менән янай. Өфөлә пассажир автобустары ҡатнашлығындағы авариялар күп булыуы, ошоға асыҡ миҫал.Мегаполиста тығындар мәлендә автобустар ҡатнашлығындағы авариялар минут һайын тиерлек теркәлә. Ҡыҙғаныс, уларҙың байтағы фажиғәле тамамлана.Башҡортостанда уҙғарылған “Автобус” операцияһы һөҙөмтәләре лә ҡыуанырлыҡ түгел. Бер-нисә көн эсендә тап автобус водителдәре тарафынан ҡағиҙә боҙоуҙоң 5 мең осрағы теркәлгән. Ҙур штрафтар, водитель таныҡлыҡтарын алыу автобус хужалары һәм уларҙы йөрөтөүсөләрҙе ҡурҡытмай. Сөнки кеҫәгә аҡса тамсылап түгел, ә йылғалап аҡҡанда ҡағиҙәләр тураһында уйлаусылар һирәк. Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы Өфө юлдарында килеп сыҡҡан хәлде күҙ уңында тотоп пассажирҙарҙы хәрәкәт ҡағиҙәләрен боҙоусы водителдәр тураһында хәбәр итергә саҡырҙы.