Республикала «Башҡортостан геройҙары» программаһы башланды

Республикала «Башҡортостан геройҙары» программаһы башланды

Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса Башҡортостанда «Геройҙар дәүере» федераль проекты киңәйтелә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһынан дәүләт һәм муниципаль власть органдарында, предприятиеларҙа һәм ойошмаларҙа эшләү өсөн квалификациялы идарасылар әҙерләнә. Республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, алғы һыҙыҡта уларҙың яуаплылыҡ, намыҫ, Тыуған илгә тоғролоҡ, киҫкен хәлдәрҙә ҡарар ҡабул итә белеү кеүек иң яҡшы сифаттары сыныҡты. Етәксе өсөн ошондай сифаттар бик мөһим. Программа тыныс тормошҡа ҡайтҡан яугирҙәргә дәүләт һәм муниципаль идара йүнәлешендә белем алып власть органдарына эшкә йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Унда ҡатнашыусылар тәжрибәле остаздар етәкселегендә уҡып сығып, стажировка үтеп, республиканың идара итеү командаһында лайыҡлы урын алырға тейеш.