Уҡыусылар өсөн 150 мең һум күләмендәге өҫтәмә премия

Уҡыусылар өсөн 150 мең һум күләмендәге өҫтәмә премия

Республика башлығы уҡыусылар өсөн 150 мең һум күләмендәге өҫтәмә премия тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Ул Башҡортостандағы юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән осраҡта мәктәп олипиадаларында еңеүселәр һәм призлы урын алыусыларға бирелә. Республика башлығының ғәмәлдәге указына ошо туралағы үҙгәрештәр индерелде. Олимпиадаларҙа ҡатнашыусы уҡыусылар һәм уларҙы әҙерләгән уҡытыусылар өсөн премиялар 2018-се йылда булдырылғайны. Уларҙың күләме 2021 һәм 2024-се йылдарҙа арттырылды. Бөтә Рәсәй Олимпиадаһында еңеүсе уҡыусылар һәм уларҙы әҙерләгән уҡытыусылар хәҙер 300 мең һум ала. Тәүҙә уның күләме 60 мең һум ине, 2021-се йылда ул 100 мең һумға тиклем арттырылды. Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса 100 балл йыйыусылар халыҡ-ара кимәлдәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгендә ҡатнашыусы юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүселәр 150 мең һумлыҡ түләүгә хоҡуҡлы.