Алдағы көндәрҙә өҫтәлдә хөрмәтле ризыҡ — йоморо алтын ҡояшты һынландырған ҡоймаҡ. Аҙна аҙағындағы ҡышты оҙатыу йолаһынан һуң, ысынлап та, ҡояш йылыраҡ та сағыуыраҡ нур сәсә башлай. Мәжүсилек осоронан ҡалған Масленица халыҡтың яратҡан байрамы булып әле лә тантана итә. Йоморо алтын ҡояшты һынландырған ҡоймаҡ милләтте айырмай – был көндәрҙә уны һәр ғаиләлә яратып бешерә, тәмләп ашайҙар. Өҫтәлдәр һый-хөрмәттән һығыла – халыҡта ҡоймаҡ эргәһенә ҡыҙыл ыуылдырыҡ, еләк-емеш ҡайнатмаһы, бал, ҡаймаҡ ҡуйыла.
Күркәм халыҡ байрамы - майлы ҡоймаҡ аҙнаһы башланды
Күркәм халыҡ байрамы - майлы ҡоймаҡ аҙнаһы башланды