Республикала +2 градусҡаса йылыта

Республикала +2 градусҡаса йылыта

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел төнъяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -4, -9 градус һалҡын, таулы райондарҙа ноль тирәһе. Иртәгә башлыса яуым-төшөмһөҙ. Төнъяҡан талғын ел иҫә. Термометр бағанаһы төндә -11, -16, урыны менән -20, -25, көндөҙ -3, -8 градус һалҡын күрһәтә. Таулы райондарҙа +2 градусҡаса йылы. Шәмбе һауа торошонда әллә ни үҙгәреш көтөлмәй, йомалағы кеүек һауа температураһы һаҡлана.