Эш эҙләгәндәрҙең теләгән уртаса хеҙмәт хаҡы 70 мең һумға еткән

Эш эҙләгәндәрҙең теләгән уртаса хеҙмәт хаҡы 70 мең һумға еткән

Билдәле портал яҙыуынса, был уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 10 мең һумға күберәк. Әйткәндәй, ил буйынса ла кешеләр уртаса 70 мең һум алырға теләй. Әлеге ваҡытта республикала Стратегия, инвестициялар, консалтинг өлкәһендә эш эҙләүселәр юғары килемгә өмөт итә ала, уртаса хеҙмәт хаҡы 134 мең һум. Икенсе урында Ауыл хужалығы – 129 мең һум. Өсөнсө баҫҡыста Юғары һәм урта менеджмент менән Төҙөлөш, күсемһеҙ милек килә, уртаса 120 мең һум алалар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уртаса хеҙмәт хаҡын фондтағы сумманы хеҙмәткәрҙәр һанына, һуңынан йылдың айына бүлеп килтереп сығаралар.