Донъя мосолмандары изге Рамаҙанды ҡаршылай

Донъя мосолмандары изге Рамаҙанды ҡаршылай

Иртәгә, ҡояш байыу менән ураҙа айы башлана. Был осор миһырбанлыҡ, башҡаларға мәрхәмәтле булыу, ризыҡтан тыйылып, Аллаһы тәғәләнән ярлыҡау һорау осоро. Мөхәммәт пәйғәмбәр өммәтенән булғандарға Рамаҙан шәриф 12 айҙың батшаһы ла. Башҡортостан мосолмандары ла Ураҙаға әҙерләнә. Ураҙа – үҙеңде һынап ҡарау мәле лә. 30 көн аш-һыу ғына түгел, ә насар уйҙарҙы, нәфсене сикләү, ауыҙлыҡлау ваҡыты.Рамаҙан айы дауамында Башҡортостандың барлыҡ мәсеттәрендә лә ифтар табындары үткәреләсәк. Мосолмандар мохтаждарға төрлө ярҙам күрһәтергә лә әҙер. Ураҙа айында хәйер таратыу – иң сауаплы ғәмәлдәрҙең береһе.