Өфө ҡала советы депуттатары ултырышы

Өфө ҡала советы депуттатары ултырышы

Уҙған йылда Башҡортостан үҙенең тотороҡло үҫешен тәьмин итеп, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарбыҙға ярҙам күрһәтеүҙе яңы кимәлгә күтәрҙе. Быға аныҡ миҫал — республикала старт алған “Башҡортостан геройҙары” программаһы. Ошо турала Радий Хәбиров Өфө ҡала советы депуттатары ултырышында белдерҙе. Кәңәшмә һәм унда ҡаралған тәп мәсьәләлр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин һөйләй. Өфө советы депуттарының кәңәшмәһе баш ҡала ғына түгел, ә тотош республиканың бөгөнгө хәле, иҡтисады, сәнәғәте камиллашыуы күрһәткесе. Мегаполис, уның предприятиелары, заводтарында етештерелгән тауарҙар, яңы инвестициялар – быларҙың барыһы ла тотош субьект именлегенең төп нигеҙе. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, бөгөн тағы бер маҡсат – Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләү. Уға айырым иғтибар кәрәк. Радий Фәрит улы билдәләүенсә, Өфө Башҡортостандың баш ҡалаһы тигән исемде лайыҡлы аҡларға тейеш. Был статус транспорт инфраструктураһы, социаль сәйәсәтте, ғөмүмән, йәшәйеште үҙ эсенә ала. Республика етәксеһе Өфө хакимиәте алдындағы төп бурыстарҙы ла билдәләй. Тиҙ арала хәл ителергә тейешле һорауҙарға ла яуап табырға тейеш бөгөн Өфө. Исемлек тиҫтәләгән пункттан тора. Өфөнөң йәнә бер исеме тураһында оноторға ярамай. Быйылдан ул “Рәсәйҙең балалар туризмы баш ҡалаһы” тип атала. Тимәк, миллиондан ашыу кешегә мегаполис сәйәхәтселәрҙе йәлеп итеүҙең яңы алымдарын өйрәнергә бурыслы. Үҙ сиратында Өфө хакимиәте баш ҡалала йәшәүселәргә яңы вәғәҙәләр бирә. Маҡсаттарҙы бойомға ашырыу өсөн Өфөнөң “финанс мендәре”ндә тейешле суммалар бар. Былтыр ҡала ҡаҙнаһының 50 миллиард 500 миллион һум самаһы аҡсаһы булған. Килемдең күп өлөшө, әлбиттә, социаль сәйәсәткә. Тик Өфө бөгөн үҙе ярҙамға мохтаж. Көнсығыш Затон биҫтәһендә 1 мең 225 балаға иҫәпләнгән мәктәп төҙөлөшө туҡтатылған. Хәҙер баш ҡала яңы концессионер эҙләү менән мәшғүл. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан Өфө яңы, байрамса төҫ аласаҡ. Ҙур датаға әҙерлеккә рәсми старт тап ошо кесаҙнала бирелде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров баш ҡалала йәшәгән һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ветерандарҙың бер төркөмөнә юбилей миҙалдарын тапшырҙы. Уларҙың береһе Сафуан Басыров.Бынан тыш, 45 ветеранға тиҙҙән «Өфөнөң почетлы гражданы» тигән маҡтаулы исем дә тапшырыла. Документ ҡала советы депутаттары ултырышында бер тауыштан хупланды.