Үҙ Көсөң

Үҙ Көсөң

Социаль үҫеш проектының беренсе һәм икенсе ағымында ҡатнашыусылар– «Үҙ Көсөң» проектының төбәк координаторҙарының береһе – Каринэ Хәбирова менән осрашты. 2024 йылдың 1 октябрендә башланған проекттың беренсе ағымында Ҡалмыҡстан, Марий Эль, Башҡортостан, Һамар, Мәскәү, Томск һәм Орел өлкәләренән йөҙ кеше ҡатнашҡан. Республиканан проекттың тәүге ағымында фронтта яҡындарын юғалтҡан 31 тыңлаусы белем алды.2025 йылдың 7 февралендә Социаль үҫеш проектының икенсе ағымы башланды. Психологик консультация нигеҙҙәрен өйрәнгән һәм ярҙам практикаһын үҙләштергән ҡатнашыусылар яңы һөнәр алыуҙан тыш, үҙҙәренә лә ярҙам итә аласаҡ.